Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
31 Август , 16:15

Стәрлетамаҡ районында эшҡыуарлыҡ үҫешә

Ошо нигеҙҙә күптән түгел районда эшҡыуарҙарҙың ошо тармаҡты үҫтереүгә булышлыҡ иткән вәкилдәре менән эшлекле осрашыу үтте. 

Стәрлетамаҡ районында эшҡыуарлыҡ үҫешә
Стәрлетамаҡ районында эшҡыуарлыҡ үҫешә

Осрашыу Рәсәй Президенты Владимир Путиндың "Май указдарын" тормошҡа ашырыу сиктәрендә ойошторолдо. Бөгөнгө көндә районда 1,5 меңдән ашыу эшҡыуар эшләй. Уларҙың барыһы ла республика һәм райондың иҡтисадын, инвестиция сәйәсәтен үҫтереүгә йәлеп ителгән, социаль өлкәгә лә ҙур өлөш индерә.

“Осрашыуҙа беҙ бизнесты үҫтереү мәсьәләләрен, дәүләт ярҙамы сараларын, шулай уҡ башланғыстарҙы, эшҡыуарҙар осраған ауырлыҡтарҙы тикшерҙек. Беҙ шулай уҡ муниципалитет үҫеше перспективаларын һәм власть органдары яғынан быға ҡараштарҙы ҡараныҡ. Республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Мәүлетбай ҡыҙы Гордиенкоға, шулай уҡ эшҡыуарлыҡ министрлығы һәм иҡтисад министрлығы белгестәренә, бизнесты үҫтереү буйынса компанияларға был осрашыуҙа ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт белдерәм.

Эшҡыуарҙар уларҙың үҫеше менән ихлас ҡыҙыҡһыныуыбыҙҙы, уларға ярҙам итергә әҙер булыуыбыҙҙы һәм үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлек итергә ынтылыуыбыҙҙы күрҙе", - тип билдәләне сара аҙағында Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы Рита Сәмиғуллина.

Стәрлетамаҡ районында эшҡыуарлыҡ үҫешә
Стәрлетамаҡ районында эшҡыуарлыҡ үҫешә
Стәрлетамаҡ районында эшҡыуарлыҡ үҫешә
Стәрлетамаҡ районында эшҡыуарлыҡ үҫешә
Стәрлетамаҡ районында эшҡыуарлыҡ үҫешә
Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас: