Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
11 Сентябрь , 17:45

Һалымдар буйынса бурыс кәмей

Мәҫәлән, 2024 йылдың ете айында бурыс 978 миллион һумға кәмегән.

Һуңғы өс йылда Башҡортостан Республикаһында физик шәхестәрҙең мөлкәт һалымдары буйынса бурысты кәметеүҙең ыңғай динамикаһы күҙәтелә. Мәҫәлән, 2024 йылдың ете айында бурыс 978 миллион һумға кәмегән. 2023 йылда физик шәхестәрҙең мөлкәт һалымдары буйынса бурыстың дөйөм суммаһы 148 миллион һумға, 2022 йылда 28 миллион һумға кәметелгән.

Бурыс барлыҡҡа килгән осраҡта бурыслыға түләү тураһында талап ебәрелә, унда бурыстың булыуы (берҙәм һалым иҫәбенең кире сальдоһы), бурысты ҡапларға кәрәк булған түләү ваҡыты тураһында хәбәр ителә. Бурыс суммаһын Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең «физик шәхестәр өсөн шәхси кабинет» сервисы ярҙамында контролдә тоторға мөмкин. Талапты үтәү өсөн талап ебәрелгәндән һуң яңы барлыҡҡа килгән үтәлмәгән йөкләмәләрҙе иҫәпкә алып, бөтә булған бурысты, шул иҫәптән пеняларҙы һәм штрафтарҙы түләргә кәрәк. 

Талапта тәҡдим ителгән түләү срогы тамамланғандан һуң, һалым түләнмәгән осраҡта һалым органы банктарҙа аҡса иҫәбенә бурысты түләтеү тураһында ҡарар ҡабул итә һәм процессуаль документ (суд акты) сығарыу өсөн материалдарҙы судҡа ебәрә. Уны алғас, һалым органы һалым түләүсенең банктарҙағы иҫәбенән түләмде тота.

Банктарҙа һалым түләүсенең иҫәбендә аҡса булмағанда, бурысты түләтеү суд приставтары хеҙмәте аша башҡарыла. Бурысты түләүҙе һуҙыу бурыстың күләмен иҫәпләнгән пенялар, суд эштәрен ҡараған өсөн дәүләт пошлинаһы, шулай уҡ суд приставтарының башҡарған ғәмәлдәренә сығымдар (башҡарыу йыйымдары) суммаһына арттырыуға килтерә.

Һалым бурысының булыу-булмауын

- Рәсәй ФЕДЕРАЛЬ ҺАЛЫМ ХЕҘМӘТЕ сайтында «физик шәхестәр өсөн шәхси кабинет» сервисы йәки "физик шәхестәр һалымдары" мобиль ҡушымтаһы ярҙамында;

- КҮП ФУНКЦИЯЛЫ ҮҘӘК офисына мөрәжәғәт итеп;

- Берҙәм дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр порталында шәхси кабинетта белергә мөмкин.

Бурысты Рәсәй ФЕДЕРАЛЬ ҺАЛЫМ ХЕҘМӘТЕНЕҢ «физик шәхестәр өсөн шәхси кабинет», «һалым һәм пошлина түләү» интернет-сервистары, «физик шәхестәр һалымдары» мобиль ҡушымтаһы, Берҙәм дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр порталы, банк ҡушымталары аша, шулай уҡ банк офистарында йәки түләү терминалдарында ҡапларға мөмкин.

Сығанаҡ: Федераль һалым хеҙмәте.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: