Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Сентябрь , 21:50

БПЛА өсөн ватан электр двигателдәре етештерелә

вуз-ара кампуста йәш ғалимдар...

БПЛА өсөн ватан электр двигателдәре етештерелә
БПЛА өсөн ватан электр двигателдәре етештерелә

Өфө фән һәм технологиялар университетының «Киләсәк моторҙары» алдынғы инженер мәктәбенең йәш ғалимдары «ЭТК» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте белгестәре менән берлектә  ЭД-БАС-4950/400 пилотһыҙ аппараттар өсөн юғары һөҙөмтәле контактһыҙ электр двигателен сериялы етештереүгә әҙерләнә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған йылдың сентябрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәктә пилотһыҙ авиация системалары тармағын үҫтереү буйынса дирекция булдырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

 - Пилотһыҙ авиация ул беҙҙең киләсәк икәнен аңлайбыҙ. Хәҙер илдә хәрби ихтыяждарҙан тыш, ябай граждандарҙың да пилотһыҙ осоу аппараттарын ҡулланыуға һорауы барлыҡҡа килә. Республикабыҙҙа бындай техниканың айырым производстволары бар. Әммә етди ғилми базаға күсеп, сериялы пилотһыҙ аппараттар етештереү мөһим, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. - Был - ҙур эштең бер өлөшө, уны етештереүҙе 2030 йылға тиклем билдәләнек. Бизнес, юғары уҡыу йорттары һәм ғилми ойошмалар менән берлектә беҙ  төрлө өҫтөнлөклө йүнәлештәр, шул иҫәптән пилотһыҙ авиация системалары буйынса 300-ҙән кәм булмаған алдынғы етештереү технологияларын эшләйәсәкбеҙ һәм етештереүгә тапшырасаҡбыҙ.  

Двигатель бөтә осош һынауҙарын үткән һәм үҙенең эшкә һәләтлелеген һәм тирә-яҡ мөхиттең кире тәьҫиренә тотороҡлолоғон раҫлаған.

Мәғлүмәт сығанағы һәм фото: https://pravitelstvorb.ru/news/24958/

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: