Өфөлә «Көньяҡ ҡапҡа» проекты ғәмәлгә ашырыла. Өфөнөң Кузнецов затоны биҫтәһенә транспорт менән барып етеү мөмкинлеген тәьмин итеү өсөн 2022 йылда урау юл төҙөлдө.
1 октябрҙә төҙөлгән Рыленко урамы һәм Рыленко - Пугачев урамдары киҫелешендә Степан Кувыкин урамына сығыу урыны буйлап хәрәкәтте техник рәүештә башлау планлаштырыла. Шулай итеп, транспорт ағымының бер өлөшө ошо юл айырсаһы аша йүнәлтеләсәк.
Бынан тыш, 31 октябрҙә хәрәкәтте ваҡытлыса юл участкаһынан (схемала - ҡыҙыл төҫ менән бирелгән) Пугачев урамының төп юл өлөшөнөң яртыһына күсереү планлаштырыла. Хәрәкәт Пугачев урамындағы 314-се торлаҡ йорттан алып "Лента" гипермаркетына тиклемге участкала дүрт һыҙаттың икәүһе буйынса (схемала - зәңгәр төҫ менән) башҡарыласаҡ. Артабан хәрәкәт ике һыҙатлы үткәүел буйлап Геофизиктар урамына тиклем дауам итәсәк.
Дуҫлыҡ монументынан Бельская урамына тиклемге участкала һәм урау юлда Пугачев урамының хәрәкәт итеү өлөшөнөң норматив торошон һаҡлау өсөн подряд ойошмалары соҡорҙарҙы ремонтлауҙы дауам итә.
Пугачев урамының икенсе яртыһын 30 декабргә тиклем файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла (схемала - йәшел төҫ менән).
Сығанаҡ: Минтранс.