Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Октябрь , 20:05

Андрей Назаров экспорт форумында “Экспортҡа табан Алға” программаһы хаҡында

“Рәсәйҙә эшләнгән" халыҡ-ара экспорт форумы сиктәрендә Мәскәүҙә “Төбәк экспорты - яңы ҡарарҙар” стратегик сессияһы үтте. Форумдың эшлекле программаһында күп полярлы донъя шарттарында Рәсәй экспорты мәсьәләләрен тикшереү, экспортҡа йүнәлтелгән бизнес өсөн көнүҙәк саралар күреү һымаҡ мәсьәләләр күтәрелгәйне. Стратсессия федераль власть органдарының, дәүләт үҫеш институттарының, төбәк ведомстволарының һәм бизнестың 200-ҙән ашыу вәкилен йыйҙы. Сессияның модераторы булып Рәсәй экспорт үҙәге вице-президенты Станислав Георгиевский сығыш яһаны.

Андрей Назаров экспорт форумында “Экспортҡа табан Алға” программаһы хаҡында
Андрей Назаров экспорт форумында “Экспортҡа табан Алға” программаһы хаҡында

Сессия барышында яңыртылған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты, 2030 йылға тиклем экспортты үҫтереүҙең стратегик ҡарашы, Рәсәй Федерацияһы дәүләт советының экспорт буйынса профилле комиссияһы эшмәкәрлеге тикшерелде, иң яҡшы төбәк тәжрибәләре ҡаралды, шулай уҡ федераль кимәлдә экспорт эшмәкәрлегенә ярҙам итеү тураһында тәҡдимдәр әҙерләнде.

Федераль спикерҙар ҡатнашлығындағы дискуссияла Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров ҡатнашты. Андрей Назаров, Башҡортостанда республиканың тышҡы иҡтисади мәнфәғәттәрен алға этәреү өсөн һөҙөмтәле система булдырылды, тип билдәләне. Төбәк экспорт стандарты инструменттары уңышлы индерелә. 2024 йылдың ярты йыллығы йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнеше – 12,5 процентҡа, ә экспорт 13,7 процентҡа артҡан.

– Илде үҫтереүҙең милли маҡсаттарын иҫәпкә алып, “Экспортҡа табан Алға!” программаһын әҙерләнек. Ул 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән һәм үҙен яҡшы күрһәткән инструменттарҙы ла, яңы практикаларҙы ла үҙ эсенә ала. Шул иҫәптән беҙ компанияларҙы финанс яҡтан дәртләндерәбеҙ, уларға мәғлүмәт-маркетинг оҙатыуын тәьмин итәбеҙ, уларҙы маҡсатлы ярҙамсы проекттарға тоташтырабыҙ, сит илдәрҙә вәкиллектәребеҙ ярҙамында алға этәрәбеҙ. Дөйөм алғанда, билдәләнгән эшмәкәрлекте тормошҡа ашырыу 2030 йылға сәнәғәт продукцияһын 2,8 миллиард долларға, ауыл хужалығын 650 миллион долларға тиклем экспортларға, шулай уҡ медицина туризмы хеҙмәттәрен экспортлау күләмен 1,5 тапҡырға арттырырға мөмкинлек бирер тип көтәбеҙ, – тип аңлатма бирҙе Андрей Назаров. Ул биш йыл йомғаҡтары буйынса төбәктә тауарҙар ташыу, халыҡ-ара сертификатлау һәм «экспорт кэшбегы» менән бәйле сығымдарҙы ҡаплауға субсидиялар рәүешендә 500 миллион һумға яҡын 220 компания ярҙам алды, хупланған экспорт күләме 40 миллиард һумдан ашып китте, - тип өҫтәне Премьер-министр вазифаһын башҡарыусы үҙ сығышында, шулай уҡ төбәктә ғәмәлдә булған экспортҡа ярҙам итеү йүнәлешен, шул иҫәптән республиканың сит илдәрҙәге вәкилдәр институтын билдәләне. Рәсәйҙең сит ил сауҙа вәкиллектәре ҡарамағында Башҡортостан вәкилдәре институты эшләй. Бөгөнгө көндә улар Беларусь, Төркиә, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан һәм Ҡытайҙы үҙ эсенә ала. Быйыл Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә вәкиллек асыла.

Үҙенең сығышын тамамлап, Андрей Назаров төбәктәр экспортына ярҙам итеү үҙәктәрен финанслауҙы туранан-тура «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» яңы милли проектына индереү мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим итте.

Андрей Назаров экспорт форумында “Экспортҡа табан Алға” программаһы хаҡында
Андрей Назаров экспорт форумында “Экспортҡа табан Алға” программаһы хаҡында
Андрей Назаров экспорт форумында “Экспортҡа табан Алға” программаһы хаҡында
Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас: