16 октябрҙә Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең Яһалма интеллект үҙәге "Яндекс" компанияһының алдынғы эксперттары ҡатнашлығында «Бизнесты һанлы үҙгәртеү: болот технологияларынан алып яһалма интеллектҡа һәм аналитикаға тиклем» конференцияһын үткәрә.
Сара ошо өлкәләрҙәге көнүҙәк технологиялар һәм инновациялар тураһында фекер алышыуға арнала. Конференция сиктәрендә шундай сығыштар планлаштырылған:
"Яндекс"тың төп клиенттары менән эшләү буйынса директоры Александр Авдеев.
"Яндекс" ML сервистары архитекторы Дмитрий Рыбалко.
«Лексема» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Виктор Тимошин.
Business intelligence системаһының баш архитекторы Александр Ерофеев.
Конференцияла Һанлы технологиялар эшләнмәләрен әҙерләү һәм ғәмәлгә индереү менән ҡыҙыҡһынған Башҡортостан предприятиелары етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәре ҡатнашасаҡ. Сара 16 октябрҙә 14.00 сәғәттә Вуз-ара студенттар кампусында (Зәки Вәлиди урамы, 32/2, 4-се ҡат, лекция залы) үтәсәк.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/25221/