Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров рәйеслегендәге төбәк Хөкүмәте ултырышында «Һанлы иҡтисад» милли проекты бурыстарына ярашлы яһалма интеллект технологияларын ҡулланыу мәсьәләһе тикшерелде.
- Яһалма интеллект дәүләт идаралығының күп аспекттарын яҡшыртыу өсөн ҙур потенциалға эйә һәм дәүләт секторының һөҙөмтәлелеген һәм граждандарыбыҙға күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең сифатын күтәреү өсөн мөһим инструментҡа әйләнергә мөмкин. Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Яһалма интеллектты үҫтереү милли үҙәгенең аналитик докладына ярашлы, уҙған йыл йомғаҡтары буйынса республикабыҙ был технологияны үҫтереү һәм файҙаланыу өсөн кадрҙар менән тәьмин ителеү буйынса 5-се урында тора, - тип аныҡлыҡ индерҙе Хөкүмәт Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров.
- Традицион яһалма интеллект системаларын индереү менән бер рәттән хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырырға һәм дәүләт органдары эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген арттырырға, социаль һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкинлек биргән яңы йүнәлештәр асылды, - тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Республикаһы дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры вазифаһын башҡарыусы Геннадий Разумикин.
Башҡортостанда 2023 йыл аҙағынан республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының контакт-үҙәгенең «122» номерында 9 төрлө сценарий менән тауыш ярҙамсыһы индерелгән. Ағымдағы йылдың 10 айында был линия буйынса өс миллионға яҡын шылтыратыу килгән, уларҙың 25 процентын робот эшкәрткән. Яһалма интеллект республика юлдарында транспорт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн дә әүҙем ҡулланыла. 2020 йылда башланған интеллектуаль видеокүҙәтеү комплекслы системаһында 1000 камера иҫәпләнә, ул үҙ эсенә йөҙҙәрҙе таныу, төтөн һәм ут детекторы функцияларын, кешеләрҙең йыйылыуын, автомобилдәрҙең газондарға инеүен һәм башҡаларҙы билдәләүҙе ала. Камералар ярҙамында ҡарҙың таҙартылыуын, сүп-сарҙың сығарылыуын, шулай уҡ йәмәғәт именлеген күҙәтергә мөмкин.
Республика ярҙамы менән Өфөнөң IT-компанияһы Ауырғазы районы ауыл хужалығы предприятиеһында эре мөгөҙлө мал өсөн мал аҙығын һөҙөмтәле ҡулланыуҙы контролдә тотоу интеллектуаль системаһының программа-аппарат комплексының пилот проектын эшләй башлаған.
Геннадий Разумикин шулай уҡ 2025 йылдан «Мәғлүмәттәр иҡтисады» милли проектын тормошҡа ашырыу башланасаҡ, тип билдәләне. Артабан һүҙ «Башҡортостан Республикаһының стратегик эшләнмәләр үҙәге» директоры Евгений Базылевҡа бирелде.
- Республиканың башҡарма власть органдары эшмәкәрлегенә яһалма интеллект технологияларын индереү процестарының һөҙөмтәлелеген арттырыу өсөн комплекслы ҡараш кәрәк, ул министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәренән профилле эшсе төркөм булдырыу, тейешле юл картаһын бергәләп эшләү юлы менән тормошҡа ашырыла ала, – тип тәҡдим итте Евгений Базылев.
Ултырыш аҙағында Андрей Назаров, ағымдағы йылда Рәсәй Һаҡлыҡ банкы менән берлектә ойошторолған дизайн-сессия сиктәрендә республикала тормошҡа ашырыласаҡ өҫтөнлөклө ҡарарҙар исемлеге төҙөлдө, тип билдәләне. Ул башҡарма власть органдарына был технологияны ҡулланыуҙың уңышлы кейстарын анализларға һәм профилле эшмәкәрлек өлкәләрендә ҡарарҙар индереү буйынса эште ойошторорға ҡушты.
Фото: pravitelstvorb.ru