Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Ноябрь , 11:30

Өфөлә үтәсәк бизнес аҙналығына теркәлеү дауам итә

2024 йылдың 3 декабренән 6-ына тиклем Өфөлә XVII Халыҡ-ара бизнес аҙналығы үтә. Форумды ойоштороусы булып ғәҙәттәгесә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте сығыш яһай. Быйыл сара Рәсәйҙең генә түгел, донъяның да иң ҙур спорт комплекстарының береһе булған Көрәш һарайында үтәсәк.

 Халыҡ-ара бизнес аҙналығы - көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелгән һәм дәүләт менән бизнес араһында диалогтар алып барылған йыл һайын үткәрелеүсе профессиональ майҙансыҡ. Ҡатнашыусылар тәжрибә уртаҡлашыу, яңы партнерлыҡ табыу һәм үҫеш перспективаларын тикшереү өсөн уникаль мөмкинлек аласаҡ.

 Быйылғы тематика иҡтисад, экспорт, инновациялар һәм инвестициялар өлкәһендә Башҡортостандың Һәм Рәсәйҙең перспективалы үҫешенең төп мәсьәләләренә йүнәлтеләсәк.

 Форум дүрт тематик көндән тора:

* 3 декабрь – “Эшҡыуарлыҡ көнө";

*4 декабрь – “X Дөйөм Рәсәй юридик форумы";

*5 декабрь – “Ялта халыҡ-ара иҡтисади форумы";

 *6 декабрь – “Халыҡ-ара бизнес аҙналығы”.

Форум сиктәрендә шулай уҡ күргәҙмә һәм В2В-һөйләшеүҙәр үтәсәк, унда ҡунаҡтар һәм ҡатнашыусылар коллегаларының тәжрибәһе менән таныша һәм эшлекле бәйләнештәр исемлеген киңәйтә аласаҡ. Бынан тыш, дәүләт идаралығы һәм бизнес өлкәһендәге белгестәрҙе бүләкләү тантанаһы үтәсәк.

Форумдың рәсми сайтында ҡатнашыусыларҙы һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәрен теркәү асылған да инде:  https://ibw-bashkortostan.com/reg/

Мәғлүмәт: https://ibw-bashkortostan.com/news/16971/

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: