Иҡтисад
2 Декабрь 2024, 18:15

Беларусь делегацияһы килде

Өфөлә 3 декабрҙән 6-ына тиклем Халыҡ-ара бизнес аҙналығы үтә.

Беларусь делегацияһы килдеБеларусь делегацияһы килде
Беларусь делегацияһы килде

Өфөлә 3 декабрҙән 6-ына тиклем Халыҡ-ара бизнес аҙналығы үтә. Бөгөн бында ҡунаҡтар һәм ҡатнашыусылар килә башланы. Баш ҡалабыҙға тәүгеләрҙән булып илдең иҡтисад министры Юрий Чеботарь етәкселегендәге Беларусь Республикаһы делегацияһы килде. Белоруссия делегацияһы составында - 20-нән ашыу бизнес вәкиле. Алдағы саралар сиктәрендә улар коллегалары һәм власть органдары вәкилдәре менән ғәмәлдәге проекттарҙы, үҫеш пландарын һәм артабанғы хеҙмәттәшлек перспективаларын тикшерәсәк. Бөгөн Беларусь Республикаһы Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнешендә 6-сы урынды биләй һәм республиканың мөһим иҡтисади партнеры булып тора.

Быйыл Белоруссия менән Башҡортостандың рәсми хеҙмәттәшлегенә 25 йыл тула. Был ваҡыт эсендә беҙ айырыуса әүҙем үҙ-ара хеҙмәттәшлек иттек - һуңғы биш йылда бәйләнештәр, рәсми һәм бизнес делегацияларының үҙ-ара осрашыуҙары йышайҙы. Быйыл беҙ Башҡортостан менән Брест өлкәһе араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә, Башҡортостан менән Белоруссияның административ берәмектәре араһында  һәм предприятиелар менән ойошмалар араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙыҡ. «Башҡорт-Белоруссия оҙон ғүмерлелеге» туристик проекты үҫешә, ул тиҙ арала республика пенсионерҙары араһында популярлыҡ алды. Былтыр Белоруссияға Башҡортостандан 1624 турист барған, быйыл – 1333 кеше.

Халыҡ-ара бизнес аҙналығы бер нисә тематик көндән торасаҡ. 3 декабрҙә Эшҡыуарлыҡ көнө уҙғарыла. 4 декабрҙә Дөйөм рәсәй юридик форумы һәм йыл һайын үткәрелеүсе «Йыл юрисы» премияһын тапшырыу тантанаһы үтә. 5 декабрҙә VI Ялта халыҡ-ара иҡтисади форумы ҡунаҡтарын йыя. Ә 6 декабрь инвестицияларға һәм халыҡ- ара мөнәсәбәттәргә арнала.

https://pravitelstvorb.ru/news/25606/

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас