Иҡтисад
9 Ғинуар 2025, 16:20

Кушнаренко районында сифатлы сыр етештерәләр

9 ғинуарҙа Кушнаренко районына эш сәфәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Яңы Ҡормаш ауылында Әхсән Нәбиуллиндың крәҫтиән (фермер) хужалығында булды.

Кушнаренко районында сифатлы сыр етештерәләрКушнаренко районында сифатлы сыр етештерәләр
Кушнаренко районында сифатлы сыр етештерәләр

9 ғинуарҙа Кушнаренко районына эш сәфәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Яңы Ҡормаш ауылында Әхсән Нәбиуллиндың крәҫтиән (фермер) хужалығында булды. Агропредприятие 2017 йылдан эшләй.

 Фермер ташландыҡ колхозды тергеҙә һәм «Һөт ранчоһы» бренды аҫтында продукция сығара башлай. Хужалыҡ башлығы һөйләүенсә, барыһы ла Рәсәй өсөн һирәк осраған айшир тоҡомло малын һатып алыуҙан башланған. 2019 йылда федераль грант аҡсаһы иҫәбенә берлектә финанслау шарттарында 130 һауын һыйырына иҫәпләнгән заманса роботлаштырылған һөт-тауар фермаһы төҙөлә.

КФХ -ла бөтәһе - 283 баш эре мөгөҙлө мал. Көнөнә дөйөм һауым 1,8 тонна тәшкил итә. 2021 йылда фермала европа сыр етештереүселәренең традицион рецепттары буйынса ҡаты һәм йомшаҡ һөнәрселек сырҙары етештереү цехы йыһазландырыла. Тәүлегенә бында 35-50 килограмм сыр яһала. Артабан уны Өфө ресторандарында һәм магазиндарында һаталар, ә ҡаты сырҙарҙы Ҡазанға һәм Екатеринбургка ла оҙаталар.

2022 йылдан фермер шулай уҡ агротуризмды ла үҫтерә, шул иҫәптән дәүләт ярҙамын да ҡуллана. Туристарҙы йәлеп итеү өсөн экзотик хайуандар – пони, страус, нубия кәзәләре һәм венгр сусҡалары һатып алына. План буйынса тауис, альпактар һәм локон тоҡомло һарыҡтар һатып алырға ниәтләйҙәр.

Төбәк етәксеһе ферманы, етештереү цехын ҡараны, сырҙың төрлө сорттарын тәмләп ҡарап, уларҙың сифатын юғары баһаланы.

- Был эшлекле кешеләр етештереүгә бик ижади ҡараған. Улар буш урында ҙур ғына предприятие ойоштора алған. Был ябай һөт фермаһы ғына түгел, бында итальян, француз, швейцар технологияһы буйынса сыр етештереү өсөн юғары сифатлы һөт һауыла, - тине Радий Хәбиров. - Фермерҙың муниципаль «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»нә килеүе лә мөһим – был да беҙҙең дөйөм эш һөҙөмтәһе. Хәҙер беҙҙең бурыс - республиканың инвестиция үҫешен артабан да һаҡлау.

Мәғлүмәт һәм фото: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/188935.html

 

 

Кушнаренко районында сифатлы сыр етештерәләр
Кушнаренко районында сифатлы сыр етештерәләр
Кушнаренко районында сифатлы сыр етештерәләр
Кушнаренко районында сифатлы сыр етештерәләр
Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас