Иҡтисад
12 Февраль 2025, 06:30

Ғаризаны биреп өлгөрөгөҙ

Был конкурс йыл һайын үткәрелә.

Ғаризаны биреп өлгөрөгөҙҒаризаны биреп өлгөрөгөҙ
Ғаризаны биреп өлгөрөгөҙ

Башҡортостанда “Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары-2025” конкурсына – Бөтә Рәсәй “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” конкурсының төбәк этабына – ғаризалар ҡабул итеү башланды. “Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары” конкурсы йыл һайын үткәрелә.

Конкурс түбәндәге номинациялар буйынса үткәрелә:

- етештереү-техник тәғәйенләнешле подукция;

- халыҡ өсөн сәнәғәт тауарҙары;

- аҙыҡ-түлек тауарҙары;

- етештереү-техник тәғәйенләнешле хеҙмәттәр;

- халыҡ өсөн хеҙмәттәр.

Конкурсҡа ярашлы, “Сифат менеджментының иң яҡшы системаһы” һәм “Сифат буйынса иң яҡшы менеджер” ярыштар үткәрелә.

Сарала ҡатнашыусылар конкурсҡа һәр продукцияны – аҙыҡ-түлекте, халыҡ өсөн сәнәғәт тауарҙарын һәм хеҙмәттәрҙе тәҡдим итә ала. Республика конкурсы лауреаттары “Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары” логотибын файҙаланыу һәм “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” программаһында ҡатнашыу хоҡуғын бирә.

Конкурста ҡатнашыу өсөн ғариза, документтарҙы 1 апрелгә тиклем А.М. Моратшин исемендәге Дәүләт стандартлаштырыу, метрология һәм һынауҙар төбәк үҙәгенә тапшырырға кәрәк. Адресы: 450006, Өфө ҡалаһы,   Ибраһимов бульвары, 82-се йорт,  7-2 кабинет. Белешмәләр өсөн телефон:  (347) 272-87-77. https://bashtest.ru/contests/ сайтында тулыраҡ мәғлүмәттәр менән таныша алаһығыҙ.

Сығанаҡ: https://resbash.ru/news/ekonomika/2025-02-10/startoval-priyom-zayavok-na-uchastie-v-konkurse-luchshie-tovary-bashkortostana-2025-4115672

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас