Иҡтисад
4 Март 2025, 15:15

2024 йылда республика бюджеты нисек тупланған?

Былтыр Башҡортостандың дөйөм бюджетына 293 миллиард һум һалым һәм һалым булмаған килем ингән. 

2024 йылда республика бюджеты нисек тупланған?2024 йылда республика бюджеты нисек тупланған?
2024 йылда республика бюджеты нисек тупланған?

Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендә Башҡортостан Республикаһы Финанс министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышы үтте.

Министрҙар кабинеты башлығы бөгөн финанс органдары Башҡортостандың тигеҙ үҫешен тәьмин итеп, бөтә йәмәғәт процестарына һәм проекттарына йәлеп ителеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

- 2024 йыл йомғаҡтары буйынса инвестициялар күләме беҙҙә 700 миллиард һумдан ашып китәсәк. Республика инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында иң яҡшы өс төбәк иҫәбендә. Беҙ сәнәғәт сәйәсәте һөҙөмтәлелегенең федераль рейтингын етәкләйбеҙ. Етештереү 5,4 процентҡа артҡан. Был уртаса Рәсәй темптарынан юғарыраҡ, - тип билдәләне Андрей Назаров.

Премьер-министр әйтеүенсә, 2024 йылда тупланма бюджетҡа 293 миллиард һум һалым һәм һалым булмаған килем ингән. Был былтырғынан 14 процентҡа күберәк. Федераль үҙәктең финанс ярҙамы 75 млрд һум самаһы тәшкил иткән. Беренсе сираттағы һәм социаль әһәмиәтле сығым йөкләмәләре үтәлгән.

2025 йылда Башҡортостан 12 милли проект сиктәрендә 40 төбәк проектын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаша, финанслауҙың дөйөм күләме – 41,4 миллиард һум.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас