

Томинск тау-байыҡтырыу комбинатындағы байыҡтырыу фабрикаһының төп корпусы мастеры Физәлиә Мәғәсүмова – яҡташыбыҙ. Ул алты йыл элек ошо предприятиеға ябай хеҙмәткәр булып урынлаша. Хәҙер инде 13 кешенән торған командаға етәкселек итә, ә вахта ысулы буйынса эш араһында Аҙау диңгеҙе буйында йорт төҙөй.
– Ғаиләбеҙҙә бер кемдең дә тормошо тау эшенә бәйле түгел, был һөнәрҙе осраҡлы һайланым, – ти Физәлиә. – Табип булырға хыяллана инем, әммә Магнитогорск тау-металлургия университетына (хәҙерге Г.И. Носов исемендәге МДТУ) “Файҙалы ҡаҙылмаларҙы байыҡтырыу” белгеслеге буйынса уҡырға индем. 1997 йылда диплом алғас та Учалы тау-байыҡтырыу комбинатына флотатор булып урынлаштым: һөнәремдең бар үҙенсәлектәренә ошонда төшөндөм. Тик оҙаҡ эшләп булманы – кейәүгә сығып, декрет ялына киттем.
Ире менән Физәлиәне күп ғәмәлдәр берләштерә: улар бер класта уҡыған, икеһе лә – таусы. Донъя йөгөн 27 йыл бергә тарталар, ике балаға ғүмер биргәндәр.
– Минең өсөн ғаилә – көс сығанағы. Әммә һөнәремдән дә айырыла алмайым, – ти Физәлиә. – Декрет ялынан һуң йәнә комбинатҡа эшкә сыҡтым. Ә 2019 йылда таныштарымдан Силәбе өлкәһендә яңы предприятие асылғаны, унда баҡыр мәғдәнен байыҡтырыу буйынса алдынғы производство төҙөлгәне тураһында ишеткәс, резюме ебәрҙем һәм яуап көтә башланым.
Яңы тау-байыҡтырыу комбинатын эшләтеп ебәреүҙә ҡатнашҡан элекке коллегалары һәм юғары уҡыу йортонда бергә белем алған иптәштәре Физәлиәгә бында юғары хеҙмәт тәжрибәһенә эйә белгестәр етешмәүе хаҡында һөйләй. Шулай итеп, яҡташыбыҙ 2019 йылдың декабренән һөнәри юлын яңы предприятиела дауам итә.
– Бында эшкә килгәс, етештереү күләмен, ҡулланылған алдынғы технологияларҙы күреп, хайран ҡалдым. Комбинаттағы заманса ҡорамалдар минең өсөн яңылыҡ ине, шуға бөтә нәмәне урында өйрәндем. Яңы эш башлаған кеше булмаһам да, баҙап ҡалдым. Әммә тәжрибәм бай һәм һөҙөмтәле эшләү теләгем ҙур ине – ошо сифаттарым алға ынтылыш бирҙе, – ти Физәлиә.
Байыҡтырыу фабрикаһындағы төп корпус мастерының бурысы – алынған баҡыр концентратының технологик процесын һәм сифатын контролдә тотоу. Ундағы баҡыр миҡдарын арттырыу өсөн бер нисә режим буйынса күрһәткестәрҙе үтәргә кәрәк. Быны флотация, ҡуйыртыу, фильтрлау цехтары, шулай уҡ реагент бүлеге күҙәтә. Алға ҡуйылған бурыстарҙы 13 кеше атҡара, Физәлиә ханым уларҙың эше өсөн яуаплы.
Яҡташыбыҙ әйтеүенсә, тау-байыҡтырыу комбинатында хеҙмәткәрҙәр өсөн яҡшы шарттар булдырылған. Уларҙың күбеһе яҡын-тирәләге ауыл-ҡалаларҙан йөрөп эшләй. Вахтасылар уңайлы ятаҡтарҙа йәшәй, унда телевизорҙан алып кондиционерға тиклем бөтә нәмә бар.
– Етәкселек һәр кемгә ҡарата яҡшы мөнәсәбәттә. Улар өсөн ябай хеҙмәткәрҙәрҙе борсоған мәсьәләләрҙе хәл итеү беренсе урында тора. “Кешелекле” ти ундайҙарҙы беҙҙең башҡорттар. Комбинаттың социаль программаһы хеҙмәткәрҙәргә бар яҡлап ярҙам итеү маҡсатынан сығып төҙөлгән. Яҡшы эш хаҡы алабыҙ, йылына ике тапҡыр премия бирелә, ирекле медицина страховкаһынан рәхәтләнеп файҙаланабыҙ. Компания хеҙмәткәрҙәрҙең шифаханаға, диңгеҙ буйында ял итеүгә юлламаларының хаҡын ҡаплай, буш көндәрҙә турҙар ойоштора. Урында йәшәгән коллегаларыбыҙға комбинат көсө менән төҙөлгән физкультура-һауыҡтырыу комплекстарына абонемент бүләк итәләр, – ти хеҙмәт шарттары хаҡында яҡташыбыҙ.
Рус баҡыр компанияһы предприятиеларына профилле белем булмаған хәлдә лә урынлашырға мөмкин. Физәлиә Мәғәсүмова етәкселегендәге командала элек сәнәғәткә бөтөнләй ҡағылышһыҙ өлкәләрҙә эшләгән кешеләр ҙә бар. Мәҫәлән, реагенттарҙы иретеүсе быға ҡәҙәр пиццерияла роллы яһаған, флотаторҙарҙың береһе Магнитогорскиҙа водитель булған. Хәҙер иһә компания ярҙамында кәрәкле һөнәр үҙләштереп, ғаиләләрен тәьмин итерлек тотороҡло килем алып эшләй улар.
Физәлиә Мәғәсүмова предприятиела вахта ысулы буйынса ике аҙна була, унан 14 көн ял итә. Яҡташыбыҙ өсөн бындай эш графигы уңайлы: яҡын кешеләренә күберәк ваҡыт бүлеү мөмкинлеге бар.
Әле Мәғәсүмовтар ғаиләһе Сибайҙа йәшәй. Яҡын киләсәктә иһә Аҙау диңгеҙе буйына күсенергә ниәтләйҙәр. Унда ер һатып алып, йорт та һала башлағандар. Көньяҡ Уралдағы иң ҙур комбинатты төҙөү дәүерен үткән Физәлиә өсөн был хыял түгел, ә маҡсат. Һәм белә: ниәтенә мотлаҡ өлгәшәсәк.