Иҡтисад
11 Июнь 2025, 17:15

Минск көндәренең беренсе көнө сағыу тамамланды

Бында белорус майы, сырҙар, колбаса, икмәк-булка, кондитер изделиелары, Белоруссияның алдынғы предприятиеларының туңдырмаһы һәм башҡа продукция тәҡдим иттеләр. 

Минск көндәренең беренсе көнө сағыу тамамландыМинск көндәренең беренсе көнө сағыу тамамланды
Минск көндәренең беренсе көнө сағыу тамамланды

11 июндә Өфөлә Минск көндәре башланды. Көндөң икенсе яртыһында Беларусь Республикаһы баш ҡалаһы делегацияһы «Планета» сауҙа-күңел асыу үҙәгендә белорус тауарҙары етештереүсе предприятиелар йәрминкәһендә булды.

Ойоштороусылар киң ассортимент тәҡдим итте: белорус майы, сырҙар, колбаса, икмәк-булка, кондитер изделиелары, Белоруссияның алдынғы предприятиеларының туңдырмаһы һәм башҡалар. Өфө мэры Ратмир Мәүлиев Һәм Минск ҡала башҡарма комитеты рәйесе Владимир Кухарев тәҡдим ителгән продукция ассортименты менән танышты һәм ҡайһы бер позицияларҙы тәмләп ҡараны.

Минск делегацияһының Башҡортостандың баш ҡалаһында үткән тәүге көнөн Ҡала мәҙәниәт һарайында уҙған «Минск дуҫтарын саҡыра» сәнғәт оҫталары концерты тамамланы. Сәхнәлә Белоруссияның да, Өфөнөң дә халыҡ коллективтары һәм артистары сығыш яһаны.

– Был көн ошо сағыу концерт менән тамамланды. Белорус коллегаларының Ҡала көнө, Рәсәй көнө һәм Салауат Юлаев көндәре алдынан беҙгә килеүе бик әһәмиәтле һәм ҡиммәтле, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Ратмир Мәүлиев.

Бынан алда муниципалитетта яҡтар «Минск һәм Өфө: туғанлыҡ-яңы үҫеш драйверы» бизнес-форумы сиктәрендә хеҙмәттәшлек тураһында бер нисә документҡа ҡул ҡуйҙы. Мәҫәлән, Ратмир Мәүлиев менән Владимир Кухарев 2026-2028 йылдарға туғандаш мөнәсәбәттәр булдырыу сиктәрендә Минск һәм Өфө ҡалаларының муниципаль-ара мөнәсәбәттәрен үҫтереү һәм киңәйтеү буйынса саралар планын ҡултамғалар менән нығытты.

Өфө ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

Минск көндәренең беренсе көнө сағыу тамамланды
Минск көндәренең беренсе көнө сағыу тамамланды
Минск көндәренең беренсе көнө сағыу тамамланды
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас