Иҡтисад
14 Июнь 2025, 15:15

Бүздәк продукцияһын сит илдәрҙә лә беләләр

“Пищепром” предприятиеһы етештереү күләмен ике тапҡырға арттырырға ниәтләй.   

Бүздәк продукцияһын сит илдәрҙә лә беләләрБүздәк продукцияһын сит илдәрҙә лә беләләр
Бүздәк продукцияһын сит илдәрҙә лә беләләр

Бөгөн, 14 июндә, Бүздәк районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Пищепром» эшкәртеү предприятиеһы майҙансығында булды. Компания «Бүздәк» бренды аҫтында соус һәм ярымфабрикаттар әҙерләүгә махсуслаша.

Фирма продукцияһы Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә, шул иҫәптән федераль сауҙа селтәрҙәрендә лә бар. Бынан тыш, предприятиела Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Беларусь, Ҡырғыҙстан, Ҡытайға экспорт поставкалары үҫешә.

Төбәк етәксеһе продукция етештереү технологияһы менән танышты. «Пищепром» дың башҡарма директоры Гүзәл Козлова әйтеүенсә, республика ярҙамы менән производствоны артабан үҫтереү өсөн ер бүленгән. План буйынса 8 мең квадрат метр майҙанда яңы цех төҙөргә планлаштырыла. Был етештереү күләмен арттырырға мөмкинлек бирәсәк.

Яңы проектҡа һалынасаҡ инвестицияларҙың дөйөм күләме – 2 миллиард һум самаһы. Уны тормошҡа ашырыу 100-ҙән ашыу эш урыны булдырырға мөмкинлек бирәсәк.

Башҡортостан Башлығы «Пищепром»дың башланғыстарын хупланы һәм компания етәкселеген дәүләт ярҙамы сараларын күрһәтеү өсөн республика «Инвестиция сәғәте»ндә ҡатнашырға саҡырҙы.

Сығанаҡ: glavarb.ru

Бүздәк продукцияһын сит илдәрҙә лә беләләр
Бүздәк продукцияһын сит илдәрҙә лә беләләр
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас