Иҡтисад
14 Июнь 2025, 18:20

Бүздәктә техник киндер етештереүҙе үҙләштерҙеләр

Бөгөн, 14 июндә, Бүздәк районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Авилат» предприятиеһында булды. 

Бүздәктә техник киндер етештереүҙе үҙләштерҙеләрБүздәктә техник киндер етештереүҙе үҙләштерҙеләр
Бүздәктә техник киндер етештереүҙе үҙләштерҙеләр

Бында республика өсөн уникаль проект – техник киндер эшкәртеү производствоһы тормошҡа ашырыла. Төбәктә бындай берҙән-бер завод сәғәтенә 300 килограмға тиклем әҙер сүс сығара.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, инициативаны Радий Хәбировҡа 2025 йылдың апрелендә Республика йортонда үткән «Инвестиция сәғәте»ндә тәҡдим иттеләр. Проект өҫтөнлөклө статус ала.

Предприятие киндер сәсеүҙән алып тәрән эшкәртеүгә тиклем бөтә циклды үҙ эсенә ала. 2025 йылда техник культура сәселгән майҙан 1 мең гектарҙан ашып китә. Хужалыҡ шулай уҡ орлоҡсолоҡ статусына эйә һәм үҙен элиталы орлоҡтар менән тәьмин итә.

Предприятиела йылытҡыс, туҡыма булмаған материалдар, ҡағыҙ, шулай уҡ төҙөлөш материадары өсөн акустик сүстәр эшкәртәләр. Етештереүсе шулай уҡ Ҡытай, Белоруссия, Үзбәкстан ҡулланыусылары менән эшләй.

Төбәк Башлығы производство линияларын ҡараны һәм әҙер продукция менән танышты.

- Ауыл хужалығында ла, сәнәғәттә лә ниндәйҙер яңылыҡ барлыҡҡа килеүе һәр саҡ ҡыуаныслы. Был майҙансыҡта киндер үҫтерәләр һәм эшкәртәләр – был беҙҙең өсөн яңы йүнәлеш, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. 

Сығанаҡ: glavarb.ru

Бүздәктә техник киндер етештереүҙе үҙләштерҙеләр
Бүздәктә техник киндер етештереүҙе үҙләштерҙеләр
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас