

Килешеү республиканың иҡтисадын һәм социаль өлкәһен комплекслы үҫтереүгә йүнәлтелгән. Атап әйткәндә, ул өҫтөнлөклө милли, федераль һәм төбәк проекттарын, дәүләт программаларын тормошҡа ашырыуҙа үҙ-ара эш итеүҙе, шулай уҡ тулайым төбәк продукты күләмен арттырырға, иҡтисад тармаҡтарында яңы эш урындары булдырырға мөмкинлек биргән инвестиция проекттарын әҙерләүҙе һәм тормошҡа ашырыуҙы күҙ уңында тота. Тышҡы иҡтисади эшмәкәрлекте дәртләндереүгә айырым иғтибар бүленә.
Төбәк Һаҡлыҡ банкы менән заманса технологиялар индереү, дәүләт идаралығының һөҙөмтәлелеген күтәреү йәһәтенән яһалма интеллект элементтарын ғәмәлгә индереүҙә хеҙмәттәшлекте үҫтерергә ниәтләй.
Килешеүҙең мөһим өлөшө торлаҡ төҙөлөшөнә ҡағыла. Банк торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереүҙең федераль һәм республика программалары буйынса проекттарҙы финанслауҙа ҡатнашасаҡ.
Һаҡлыҡ банкы шулай уҡ республика халҡына финанс хеҙмәттәрен алыуҙы еңеләйтә, финанс грамоталылыҡты күтәреү буйынса саралар үткәрә, клиенттарға дистанцион хеҙмәтләндереү системаһын үҫтерә.
- Һаҡлыҡ банкы - Башҡортостандың күптәнге һәм ышаныслы партнеры. Бергәләп республика өсөн әһәмиәтле инфраструктура, социаль, технологик проекттарҙы тормошҡа ашырабыҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк Башлығы Радий Хәбиров. - Хәҙер хеҙмәттәшлектең яңы кимәлгә сығыуы мөһим. Бөгөн беҙ ҡул ҡуйған килешеү иҡтисадыбыҙҙы үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк һәм алдыбыҙҙа торған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам итәсәк.
Башҡортостан Хөкүмәте менән хеҙмәттәшлек иҡтисадтың һөҙөмтәлелеген күтәреүгә һәм кешеләрҙең тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән, тип билдәләне президент, Һаҡлыҡ банкы идараһы рәйесе Герман Греф.
- Беҙ бәләкәй бизнесҡа ярҙам итәсәкбеҙ, һанлы технологияларҙы үҫтерәсәкбеҙ, инфраструктураны яңыртасаҡбыҙ, торлаҡ төҙөлөшөн финанслаясаҡбыҙ һәм төбәккә социаль мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итәсәкбеҙ. Беҙҙең маҡсат – финанс хеҙмәттәрен арзаныраҡ, ә республика иҡтисадын мөмкин тиклем тотороҡло һәм конкурентлыҡҡа һәләтле итеү, – тине ул.
Сығанаҡ: glavarb.ru