Иҡтисад
20 Июнь 2025, 12:20

Инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында өсөнсө урынды һаҡлап ҡалдыҡ

20 июндә XXVIII Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы сиктәрендә йыл һайын эшҡыуарҙарҙан һорау алыу нигеҙендә Стратегик инициативалар агентлығы (АСИ) ойошторған Рәсәй төбәктәрендәге Инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингы һөҙөмтәләренең презентацияһы үтте.

Инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында өсөнсө урынды һаҡлап ҡалдыҡИнвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында өсөнсө урынды һаҡлап ҡалдыҡ
Инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында өсөнсө урынды һаҡлап ҡалдыҡ

Тикшеренеү һөҙөмтәләрен Стратегик башланғыстар агентлығы генераль директорының беренсе урынбаҫары Игорь Карачин иғлан итте.

Яңыртылған мәғлүмәттәргә ярашлы, Башҡортостан Мәскәү өлкәһе менән бергә 2024 йыл йомғаҡтары буйынса, бер йыл элеккесә, бизнес алып барыу өсөн уңайлы шарттар булған төбәктәр иҫәбендә өсөнсө урынды алды. Рейтингты Мәскәү ҡалаһы аса, ә икенсе баҫҡысты Татарстан менән Түбәнге Новгород өлкәһе үҙ-ара бүлешә.

Билдәләп үтәйек, 2024 йылда республика иҡтисадына инвестицияларҙың дөйөм күләме 9,7 процентҡа артты һәм 783,8 миллиард һумға етте. Ә 2019 йылдан 2024 йылға тиклем төбәккә инвестиция ағымы 74,2 процентҡа артҡан.

Төбәктә бөтәһе 385 өҫтөнлөклө инвестиция проекты ғәмәлгә ашырыла, дөйөм планлаштырылған инвестициялар күләме 876,7 миллиард һум тәшкил итә.

Рейтингтың презентацияһынан һуң журналистар менән әңгәмәлә Башҡортостан Башлығы инвесторҙар менән системалы эш һәм төбәктә заманса инвестиция сәйәсәтен формалаштырыу принциптары хаҡында һөйләне.

- Был рейтинг, тәү сиратта, эшҡыуарҙарҙың үҙ фекеренә таяна, уның ҡиммәте ошо. Ул объектив, сөнки даими һорау алыуҙар һәм компанияларҙың реаль эшмәкәрлек шарттарын анализлау нигеҙендә формалаша. Был бик мөһим – бизнес республикала адекват, һөҙөмтәгә өлгәшеүгә йүнәлтелгән идара итеү командаһының эшләүен күрә, - тине Радий Хәбиров. – Һәр аҙнала кесаҙна һайын «Инвестиция сәғәте» үткәрәм, ә муниципалитет етәкселәре - «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»н. Был - беҙ даими нигеҙҙә эшләгән эш. Идара итеү командаһының бурысы - бизнесҡа ҡамасаулау түгел, ә уға ярҙам итеү, дәртләндереү, уның үҫеш шарттарын булдырыу.

Сығанаҡ: glavarb.ru

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас