Иҡтисад
30 Июнь 2025, 17:30

Иң боронғо парктарҙың береһе яңыртыла

Радий Хәбиров Өфөләге Ленин исемендәге паркты төҙөкләндереү барышы менән танышты 

Иң боронғо парктарҙың береһе яңыртылаИң боронғо парктарҙың береһе яңыртыла
Иң боронғо парктарҙың береһе яңыртыла

Бөгөн, 30 июндә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөләге Ленин исемендәге паркты төҙөкләндереү барышы менән танышты. Республиканың баш ҡалаһының иң боронғо парктарының береһенә 1869 – 1872 йылдарҙа нигеҙ һалына, уның дөйөм майҙаны – 7,5 га.

Паркты масштаблы реконструкциялау һуңғы тапҡыр 1980 йылда үткәрелгән. Ә 2025 йылдың майында төҙөүселәр йәмәғәт киңлеген заманса төҙөкләндереүгә тотона. Инициативаны «Тормош өсөн инфраструктура» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» программаһы сиктәрендә тормошҡа ашыралар.

Паркты ҡараған саҡта подряд ойошмаһы вәкилдәре фонтандарҙы яңыртыу, йәйәүлеләр һәм йүгереү юлдарын төҙөкләндереү, яҡтыртыу һәм видеокүҙәтеү системаһын яңыртыу планлаштырылыуы хаҡында һөйләне. Бынан тыш, парк территорияһында Граждандар һуғышы геройҙарына һәйкәл һәм БАССР наградаларына арналған стелалар реставрациялана.

Парк төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты булғанлыҡтан, уның бөтә төп элементтары һәм объекттары һаҡланасаҡ.

– Ленин исемендәге парк республика халҡы өсөн бик мөһим. Ул Башҡортостан тарихы менән бәйле. Әммә ул күптән инде масштаблы реконструкцияға мохтаж. Инженер селтәрҙәрен үҙгәртәбеҙ, плитканы яңыртабыҙ. Шуныһы мөһим: бында бөтә йәшеллекте һаҡлап ҡаласаҡбыҙ. Төҙөүселәр стихиялы ултыртылған ҡыуаҡлыҡтарҙың бер өлөшөн алып ташлаясаҡ, ә башҡа ағастарҙы ҡалдырасаҡбыҙ, – тип билдәләне Радий Хәбиров журналистар менән әңгәмәлә. – Бында байтаҡ мәҙәни мираҫ объекттары бар. Уларҙы тәртипкә килтерербеҙ. Дөйөм алғанда, парк яңыртыласаҡ – яҡшы йүгереү юлы барлыҡҡа киләсәк, сөнки бында студенттар спорт менән шөғөлләнә. Бәләкәй кафе, балалар өсөн уйын майҙансыҡтары төҙөйбөҙ. Төҙөүселәргә һәм Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына республикала иң яҡшы парк төҙөү бурысын ҡуйҙым. План буйынса эштәр йыл ярым – ике йыл дауамында барасаҡ.

Сығанаҡ: glavarb.ru

Иң боронғо парктарҙың береһе яңыртыла
Иң боронғо парктарҙың береһе яңыртыла
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас