

Бөгөн, 4 июлдә, Өфөлә Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Антон Котяков менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров РосТех авиация кластерының етештереү-уҡыу үҙәгендә булды. Ул Өфө Моторҙар эшләү берекмәһе нигеҙендә асылды.
14,5 мең квадрат метр майҙанда һанлы идара итеү станоктарын, пневмогидравлик системаларҙы, электроника һәм электротехниканы, сәнәғәт механикаһын һәм мехатроникаһын, технологик процестар логистикаһын, продукция сифатын контролдә тотоу, материалдарҙы өйрәнеүҙе программалау өсөн етештереү участкалары, уҡыу кластары һәм лабораториялар эшләй. Бында бөтәһе 220-нән ашыу ҡорамал ҡуйылған.
Ҡунаҡтар етештереү-уҡыу үҙәгенең матди-техник базаһы һәм белем биреү процесын ойоштороу үҙенсәлектәре менән танышты. Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең идара итеүсе директоры Евгений Семивеличенко, үҙәктә Ростех предприятиелары өсөн иң кәрәкле эшсе һөнәрҙәр буйынса бушлай уҡыталар, тип билдәләне.
– Беҙҙең үҙәктә штатҡа индерелгән студенттар ҙа уҡый, – тип аңлатты Евгений Семивеличенко. - Беренсе курстан уҡ студенттар менән маҡсатлы килешеүҙәргә ҡул ҡуябыҙ һәм стипендия түләйбеҙ, ә өсөнсө курстан етештереү өлкәһендәге вазифаларға ҡабул итәбеҙ.
Ҡунаҡтар шулай уҡ электротехника, һаҡсыл производство, материалдарҙы өйрәнеү, инженер графикаһын үҙләштереү кабинеттарын һәм лабораторияларҙы ҡараны.
Антон Котяков һәм Радий Хәбиров шулай уҡ Өфө фән һәм технологиялар университеты һәм академик Сергей Королев исемендәге Һамар милли тикшеренеү университеты студенттары – «Ростех ҡанаттары» проектында ҡатнашыусылар менән аралашты. Был 2021 йылдан алып Башҡортостанда тормошҡа ашырылған ӨФһТУ һәм Моторҙар эшләү берекмәһенең берлектәге программаһы.
Антон Котяков студенттарға уҡыуҙарында һәм артабанғы эшмәкәрлектәрендә уңыштар теләне.
- Разрядты күтәреү, тимәк, хеҙмәт хаҡын арттырыу – был квалификацияңды яҡшыртыуға этәргес, – тине Антон Котяков. - Бында иң яҡшыларҙың уҡыуы бик ҡыуаныслы. Был студенттарға беренсе курстан алып эшкә урынлашыуына тиклем булышлыҡ итеү аша йәштәр менән нисек эш ҡорорға кәрәк икәненә сағыу миҫалы. Һеҙ – беҙҙең авиация сәнәғәтенең киләсәге.
Сығанаҡ: https://glavarb.ru/ru/news/...