5 сентябрҙә Сибайҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бөтә Рәсәй «Урал аръяғы» VII инвестиция һабантуйының пленар ултырышында ҡатнашты. Уның темаһы – “INNOREGION: иҡтисади үҫештең яңы үҙәктәре”. Билдәле Рәсәй журналисы, «Москва 24» телеканалының баш мөхәррире Дмитрий Щугорев дискуссияның модераторы булды.
Үҙ сығышында республика етәксеһе иҡтисадты һәм, атап әйткәндә, заман ҡаршылыҡтары шарттарында инвестиция эшмәкәрлеген үҫтереүҙең төп бурыстарын билдәләне.
Башҡортостан Башлығы, был йүнәлештә эште эре иҡтисади үҙәктәр биләмәһендә генә алып барырға ярамай, тип билдәләне. Бәләкәй ҡалалар мөмкинлектәренә лә иғтибар итеү мөһим. Быға бер миҫал – Урал аръяғы ауылдары. Тағы бер бурыс – булған ресурстарҙы, шул иҫәптән финанстарҙы, рациональ файҙаланыу.
Бынан тыш, тормошҡа ашырылған федераль программалар һәм проекттар арҡылы Рәсәй Хөкүмәте менән әүҙем эшләү мөһим.
– Президентыбыҙ Владимир Владимирович Путин ҡушыуы буйынса әҙерләнгән инфраструктура менюһы тотороҡло социаль-иҡтисади үҫеште тәьмин итә ала, – тип баҫым яһаны Радий Хәбиров. – Кластерҙарға, иҡтисади зоналарға, биләмәләрҙе комплекслы үҫтереүгә булышлыҡ итеү буйынса аҡса йәлеп итергә кәрәк.
Пленар ултырышта Стратегик башланғыстар буйынса федераль агентлыҡ генераль директорының беренсе урынбаҫары Игорь Карачин сығыш яһаны. Генераль директор Светлана Чупшева исеменән ул республиканың идара итеү командаһына үҙ-ара һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек, шулай уҡ иҡтисадты үҫтереү йәһәтенән муниципалитеттар менән уңышлы эшләү тәжрибәһен индергәне өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Улар иҫәбендә инвестиция вәкилдәре – бизнес-шәрифтәр институтын үҫтереү.
Ултырышта «Полиметалл» компанияһының Урал филиалы директоры Андрей Новиков бизнес һәм муниципалитеттарҙың уңышлы үҙ-ара эш итеү тәжрибәһе хаҡында һөйләне.
Рәсәй Төҙөлөш министрлығының биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү департаменты директоры, “Ҡала-ауылдарҙа инфраструктураны үҫтереү” федераль проекты администраторы Мария Синичич Башҡортостан идара итеү командаһының муниципалитеттарҙы үҫтереү буйынса эшен юғары баһаланы.
Ирандың мәҙәни мираҫ, туризм һәм һөнәрселек министры урынбаҫары, Бөтә донъя һөнәрселек советы ағзаһы Мәрйәм Джәләли Дехкорди Ислам Республикаһының Башҡортостан менән хеҙмәттәшлекте нығытыу һәм үҫтереүгә ынтылышы тураһында һөйләне.
Башҡортостан таш ҡырҡыусыларына инвестиция ярҙамы темаһын дауам итеп, Радий Хәбиров, республика «Башҡорт мозаикаһы» атамаһын ҡулланыу хоҡуғын теркәү маҡсатында Роспатентҡа ғариза бирҙе, тип өҫтәне. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, патент алыу ысын оҫталарҙың хоҡуҡтарын яҡларға һәм эштәрҙең сифатлы булыуын тәьмин итергә мөмкинлек бирә.
- Өфөлә “Башҡорт йәшмәһе йорто” музей-күргәҙмә үҙәген асырға ниәтләйбеҙ, унда “Йәшмә бүлмәһе” – “башҡорт мозаикаһы” техникаһында эшләнгән ҙур таш инсталляция үҙәк урынды биләйәсәк, – тине Башҡортостан Башлығы. – Киләсәктә яңы, «Башҡорт балы» кеүек үк конкуренцияға һәләтле брендыбыҙ барлыҡҡа килеүе ихтимал.
Журналистар менән әңгәмәлә Башҡортостан Башлығы һәм Стратегик башланғыстар буйынса федераль агентлыҡ генераль директорының беренсе урынбаҫары уҙған дискуссияға йомғаҡ яһаны һәм Урал аръяғының социаль-иҡтисади үҫеше тураһында һөйләне.
Сығанаҡ, фото: glavarb.ru/ru/news/...