Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
8 Октябрь 2025, 14:30

“Партнерҙарыбыҙ яғынан ихласлыҡ тоябыҙ"

Проектта Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы ла ҡатнаша.

“Партнерҙарыбыҙ яғынан ихласлыҡ тоябыҙ"
“Партнерҙарыбыҙ яғынан ихласлыҡ тоябыҙ"

Бөгөн Тажикстанға сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дүшәмбе ҡалаһындағы индустраиль парктың төҙөлөш майҙансығында булды. Мәғлүм булыуынса, 2025 йылдың мартында Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте менән Тажикстан Республикаһы Хөкүмәте уны асыу тураһында килешеү төҙөгәйне. Проектты тормошҡа ашырыуҙа Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы ла ҡатнаша.

Төбәк етәксеһе төҙөлөш майҙансығын ҡарап сыҡты, инженерлыҡ-техник һәм планлаштырыу ҡарарҙары менән танышты. Индустриаль парк биләмәһендә майҙаны 23,5 мең квадрат метрлыҡ өс етештереү корпусын реконструкциялау күҙаллана. Уларҙа металлургия һәм станоктар эшләү производстволарын, шулай уҡ еңел һәм медицина сәнәғәте предприятиеларын урынлаштырыу ҡарала. Технопарк биләмәһе 9,3 гектар ерҙе биләй.

Радий Хәбиров индустриаль парктың мөмкинлектәрен һәм берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу ҡеүәтен юғары баһаланы. Әйткәндәй, Башҡортостан предприятиелары араһында яңы парктың потенциаль резиденттары ла бар.

– Тажикстан менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү йәһәтенән тауар алмашыуҙы ғына түгел, сәнәғәт бәйләнеше, кластерҙар ойоштороу, яһалма интеллектты һәм башҡа фән ҡаҙаныштарын күпләп талап иткән технологияларҙы ғәмәлгә индереү буйынса проекттарҙы ла күҙ уңында тотабыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Тажикстан яҡшы үҫеш дәүерен кисерә, һәм беҙ ундағы партнерҙарыбыҙ яғынан ихласлыҡ һәм үҙ-ара файҙалы эшмәкәрлеккә әҙер булыуҙарын тоябыҙ.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.

“Партнерҙарыбыҙ яғынан ихласлыҡ тоябыҙ"
“Партнерҙарыбыҙ яғынан ихласлыҡ тоябыҙ"
“Партнерҙарыбыҙ яғынан ихласлыҡ тоябыҙ"
“Партнерҙарыбыҙ яғынан ихласлыҡ тоябыҙ"
“Партнерҙарыбыҙ яғынан ихласлыҡ тоябыҙ"
“Партнерҙарыбыҙ яғынан ихласлыҡ тоябыҙ"
“Партнерҙарыбыҙ яғынан ихласлыҡ тоябыҙ"
“Партнерҙарыбыҙ яғынан ихласлыҡ тоябыҙ"
Автор: Гөлсәсәк Хәйруллина
Читайте нас