Бөгөн Салауатҡа эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала юл битумын төп етештереүселәрҙең береһе булған “Битум” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте майҙансығында булды.
Компания ойоштороусыһы Дмитрий Донцов менән төбәк етәксеһе 60 мең тонна сеймал һаҡлау өсөн өр-яңы резерв паркын ғәмәлгә индереү тантанаһында ҡатнашты. 2017 йылдан 2025 йылға тиклем “Битум” компанияһы етештереүҙе үҫтереүгә 2,4 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлткән.
Башҡортостан Башлығы предприятие коллективын етештереү ҡеүәттәрен арттырыу буйынса күләмле инвестиция проектының сираттағы этабы тамамланыу менән ҡотланы һәм республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
– Илебеҙ һәм республикабыҙ үҫешендә ябай булмаған осорҙа яңы производстволар асылыуы ҡыуаныслы хәл. Был бик мөһим, – тине Радий Хәбиров. – “Битум” компанияһы етәкселегенә инвестиция программаһын тормошҡа ашырған өсөн рәхмәт. Предприятие коллективына именлек һәм иртәгәһе көнгә ышаныс теләйем. Бер нимәгә ҡарамаҫтан, беҙ үҫербеҙ.
Фото: БР Башлығы сайтынан.