Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Октябрь 2025, 18:30

"Заводтың эше ғәҙәти тәртиптә дауам итә"

Радий Хәбиров “Газпром нефтехим Салауат” етәксеһе менән осрашты.

"Заводтың эше ғәҙәти тәртиптә дауам итә"
"Заводтың эше ғәҙәти тәртиптә дауам итә"

Бөгөн Салауат ҡалаһына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Газпром нефтехим Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры вазифаһын башҡарыусы Евгений Семенько менән осрашты. Сарала компанияның бер йыллыҡ эш йомғаҡтары, төп етештереү күрһәткестәре, шулай уҡ сәнәғәт объекттарын террорсылыҡтан һаҡлау мәсьәләләре буйынса фекер алыштылар. Мәғлүм булыуынса, быйыл сентябрҙә предприятие пилотһыҙ осоу аппараттарының һөжүменә дусар булғайны.

 – Заводтың эше ғәҙәти тәртиптә дауам итә, барлыҡ етешһеҙлектәр төҙәтелде, – тине Радий Хәбиров.

Радий Хәбиров һәм Евгений Семенько полимерҙар етештереү буйынса яңы предприятие төҙөлөшөнә айырым иғтибар бирҙе. Был технологик комплекс компанияға баҙарҙа төп урындарҙы биләү һәм шәхси гигиена саралары етештереү өсөн кәрәкле продукция сығарыу мөмкинлеген бирәсәк. Радий Хәбиров Башҡортостан иҡтисады өсөн предприятиеның әһәмиәтен билдәләне.

– “Газпром нефтехим Салауат” – республикалағы сәнәғәт флагмандарының береһе. Ул беҙҙең ҙур һалым түләүсебеҙ һәм етештереүсебеҙ. Уны артабан үҫтереү йәһәтенән бергәләп эшләйәсәкбеҙ, – тине республика Башлығы.

Фото: БР Башлығы сайтынан.

Автор: Гөлсәсәк Хәйруллина
Читайте нас