Саҡмағоштың Ғаилә ялы паркында яңы скейт-майҙансыҡ асылды. Уны заманса спорт ҡорамалдары менән йыһазландыралар – хәҙер бында тәжрибәле һәм башлап шөғөлләнгән скейтбордсылар шыуа ала. Шулай уҡ эргә-тирәләге биләмәне төҙөкләндерәләр.
Тәтешле районының Үрге Тәтешле ауылында балаларҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен яңы балалар майҙансығы ҡыуандыра. Ул яҡташтары – геройҙар, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар Венер Заретдинов һәм Валерий Солтанов исемен йөрөтә. Проект тормошҡа ашырылғанға тиклем был урында бушлыҡ булған, хәҙер майҙансыҡта таусыҡтар һәм бәүелсәктәр менән заманса уйын комплекстары, спорт турниктары һәм снарядтары, сағыу яҡтыртыу элементтары һәм эскәмйәләр ҡуйылған.
Ҡыйғы районының Йыланлы ауылында йәнә бер майҙансыҡ асылды. Бында резина валсығы менән асфальт-бетон майҙансыҡ, урам тренажерҙары, эскәмйәләр һәм сүп һауыттары барлыҡҡа килә.
Был социаль объекттар Башҡортостанда «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты һәм «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Ҡала мөхите» партия проекты буйынса төҙөлдө.

Карточкаларҙы ҡарағыҙ.