Яңылыҡ шәхси эшҡыуар булмаған физик шәхестәргә ҡағыла.
— Был тәртип һалым түләүсенең һалым органы менән бәхәсе йәки иҫәпләү буйынса дәғүәһе булмаған бурысҡа ғына ҡағыласаҡ, — тип аңлатты Федераль һалым хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы етәксеһе Андрей Агапов.
Әгәр һалым түләүсе түләү талабында күрһәтелгән бурысты ваҡытында түләмәһә, түләтеү банктағы иҫәптәрҙәге аҡса иҫәбенә башҡарыла. Әгәр улар етмәһә, артабан түләтеүҙе суд приставтары хеҙмәте бурыслының башҡа мөлкәте иҫәбенә башҡарасаҡ.
Штраф тураһында ҡарар граждандарға талап ҡуйылғандан һуң алты ай эсендә ебәрелә. Ул Федераль һалым хеҙмәте сайтындағы шәхси кабинетҡа, «Физик шәхестәр һалымдары» мобиль ҡушымтаһына, Дәүләт хеҙмәттәре порталына йәки почта аша ебәреләсәк. Әгәр ярты йылдан ашыу ваҡыт үтһә, һалым органы судҡа мөрәжәғәт итергә тейеш.
Түләтеү башланғанға тиклем граждан 30 көн эсендә һалым органына дәғүә (ҡайтанан иҫәпләү тураһында ғариза йәки ялыу) ебәрә ала. Был осраҡта түләтеү суд тәртибендә башҡарыласаҡ, ә бәхәсле суммалар суд акты көсөнә ингәнгә тиклем берҙәм һалым иҫәбенән сығарыласаҡ.
Бындай кире эҙемтәләргә тарымаҫ өсөн һалым хеҙмәте һалымдар буйынса ваҡытында иҫәпләшергә кәңәш итә.
Инфографика: Федераль һалым хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы