Өфөлә Рәсәй сәнәғәт форумы һәм “Машиналар эшләү”, “Металл эшкәртеү”, “Өфөнөң инновациялы ҡеүәте” махсус күргәҙмәләре башланды.
12 ноябрҙә “Өфө ЭКСПО” күргәҙмәләр комплексы майҙанында форумды асыу тантанаһы булды. Унда Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары Иван Куликов һәм Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев ҡатнашты.
– Башҡортостан өсөн Рәсәй сәнәғәт форумы – илебеҙҙәге төп индустриаль төбәктәрҙең береһенең уңыштарын күрһәтеү мөмкинлеге ул. Республика илдәге өҫтөнлөклө зоналар һаны буйынса алдынғылыҡты яулай, ә сәнәғәт етештереүе күләме биш йылда 25 процентҡа артҡан. Форум алдынғы тәжрибә менән уртаҡлашыу һәм өр-яңы эшлекле бәйләнештәрҙе яйға һалыу өсөн һөҙөмтәле майҙансыҡ булыр, тип ышанам, – тине Александр Шельдяев.
Сара барышында ике сәнәғәт объекты : “НКМЗ-ГРУПП” йәмғиәтенең скважиналар эсендәге ҡорамалдар етештереү цехы һәм “Техномаш” йәмғиәтенең етештереү комплексы асылды. Бынан тыш, кластерҙарҙы үҫтереү буйынса Рәсәй субъекттарының милли рейтингы һөҙөмтәләре иғлан ителде. Унда беҙҙең төбәк беренсе урынды яуланы.
Быйыл форум ҡорамалдар һәм технологиялар етештереүселәрҙе, машиналар эшләү комплексы белгестәрен берләштерҙе. Күргәҙмәлә Рәсәйҙең төбәгенән 100-гә яҡын компания ҡатнаша. Шул уҡ вкҡытта уларҙың 45 проценты тәүгә сығыш яһай.
Күргәҙмә экспозицияһы нигеҙендә һөйләшеүҙәр үткәреүгә һәм республикалағы төп предприятиеларҙың техник директорҙары һәм төп инженерҙары менән килешеүҙәр төҙөүгә йүнәлтелгән “Баш инженер”, һәм “Баш технолог” эшлекле осрашыуҙары ойошторолдо. Форумдың йәнә бер мөһим яңылығы – Пенза өлкәһе предприятиелары менән бәйләнеш биржаһы. Ул машиналар эшләү һәм ауыл хужалығы кластерҙарын берләштерә.
13 ноябрҙә күргәҙмәгә килгәндәр Вакансиялар биржаһындағы тәҡдимдәр менән таныша, резюме бирә ала. Әйткәндәй, унда Өфөләге 15 машиналар эшләү һәм металлургия предприятиеһынан өс меңдән ашыу әүҙем вакансия тәҡдим ителәсәк.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.