Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Ноябрь 2025, 20:45

Сәнәғәт форумында ҡатнашыусылар Башҡортостандың индустриаль паркында булды

Экскурсия барышында ҡатнашыусыларға махсус иҡтисади зонала резидентлыҡтың өҫтөнлөктәре һәм проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙың бөтә этаптарында инвесторҙарға ярҙам хаҡында һөйләнеләр.

Сәнәғәт форумында ҡатнашыусылар Башҡортостандың индустриаль паркында булды
Сәнәғәт форумында ҡатнашыусылар Башҡортостандың индустриаль паркында булды

Рәсәй сәнәғәт форумының 30-ҙан ашыу ҡатнашыусыһы «Алға» махсус иҡтисади зонаның бишенсе майҙансығында - «Өфө» индустриаль паркында булды. 2023 йылда парк биләмәһе махсус иҡтисади зонаға ингән. Экскурсияла Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан, Татарстандан, Һамар, Тула, Иркутск өлкәләренән дәүләт власы органдары, ҙур сәнәғәт предприятиелары вәкилдәре булды.

- Саралар сиктәрендә беҙ Рәсәй төбәктәренән ҡатнашыусыларҙы һәм халыҡ-ара ҡунаҡтарҙы «Алға» махсус иҡтисади зонаһы эшмәкәрлеге менән таныштырабыҙ. Беҙҙең бурыс уны ҡағыҙҙа ғына түгел, ә инфраструктура, логистика өҫтөнлөктәре һәм ғәмәлдәге производстволар менән туранан-тура күрһәтеүгә ҡайтып ҡала. Һалым льготалары менән өҫтөнлөклө зонаның булыуы һәм командабыҙҙың ярҙамы төбәккә яңы инвесторҙар йәлеп итеүгә булышлыҡ итә, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов.

«БСК-Групп» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Александр Литвинюк һүҙҙәренсә, территорияның ҙурлығы һоҡландыра. Ул махсус иҡтисади зонала бизнесты һәм тотош илде үҫтереү өсөн ташламаларҙың мөһимлеген билдәләне.

Экскурсия сиктәрендә ҡатнашыусыларға махсус иҡтисади зонала резидентлыҡтың өҫтөнлөктәре һәм проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙың бөтә этаптарында инвесторҙарға ярҙам хаҡында һөйләнеләр. Шулай уҡ ҡунаҡтар «Амкодор-Ағиҙел» һәм «Россильбер» компанияларының етештереү майҙансыҡтары менән танышты.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Амкодор-Ағиҙел» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ауыл хужалығы техникаһы сығара һәм Белоруссияның «Амкодор» холдингы менән берлектәге проект булып тора. Үҙ сиратында, «Россильбер» компаниялары индустриаль буяуҙар, майҙар, майлау-һыуытыу шыйыҡсалары етештерә һәм «Өфө» индустриаль паркының резиденты булып тора.

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас