Халыҡ-ара бизнес аҙналығы барышында Өфөлә «Хеҙмәт етештереүсәнлеге: Яңы офоҡтар» пленар сессияһы уҙҙы. Форумдың беренсе көнөнөң үҙәк гранд-сессияһында Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы, «Рәсәй үҫеш үҙәге» фонды вәкилдәре, бизнесмендар ҡатнашты. Майҙансыҡты ойоштороусылар булып Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы, «Стратегик асыштар үҙәге» фонды, «Башҡортостан Республикаһының Стратегик үҫеш үҙәге» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы сығыш яһаны.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов билдәләүенсә, халыҡ-ара форумдың беренсе көнө хеҙмәт етештереүсәнлегенә бағышланған. Беҙҙең төбәк хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу алымдарын яңынан ҡарауҙа ла “пилот” булараҡ сығыш яһарға әҙер.
– Тәү сиратта, Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығына, Бөтә Рәсәй тышҡы сауҙа академияһына, Башҡортостан Республикаһы иҡтисадының һөҙөмтәлелеген күтәреү буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәткәндәре өсөн Федераль компетенциялар үҙәгенә рәхмәт әйткем килә. Тулайым төбәк продукты үҫешенә индергән өлөштө арттырыу өсөн етештереү һөҙөмтәлелеген арттырыу проекттарына төбәк предприятиеларын йәлеп итеү күләмен артабан үҫтерергә ниәтләйбеҙ. Предприятиеларҙың үҙгәртеп ҡороуға әҙерлеге ҙур әһәмиәткә эйә, шул иҫәптән белем биреү программалары һәм һанлаштырыу иҫәбенә, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Моратов.
Шул уҡ ваҡытта республиканың иҡтисад блогы етәксеһе, был мәсьәләлә икенсе үҫеш кимәленә күсергә ваҡыт, тип билдәләне.
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!