Юғары уҡыу йорттарында “юриспруденция” йүнәлеше буйынса урындар һанын аныҡ регламентлау тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Был хаҡта Өфөләге Халыҡ-ара бизнес аҙналығы барышында уҙғарылған “Хоҡуҡ өҫтөнлөгө: тарихи хәҡиҡәттән – Рәсәй юриспруденцияһының киләсәгенә” тип аталған XI дөйөм Рәсәй юридик форумының пленар ултырышында Рәсәйҙең Юристар ассоциацияһы идараһы рәйесе Владимир Груздев хәбәр итте.
– СССР-ҙа юриспруденция буйынса 56 юғары уҡыу йорто белем бирҙе. 90-сы йылдарҙа был эш менән профилһеҙ белем биреү учреждениелары шөғөлләнә башланы һәм уларҙың һаны 1300-гә барып етте. Был, әлбиттә, әҙерлек сифатына йоғонто яһаны. Шуға күрә бөгөн юғары уҡыу йорттарында юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү өсөн бюджет һәм түләүле нигеҙҙә кәрәкле урындар һанын билдәләргә ҡарар ителде. Шулай уҡ бөгөн юристар әҙерләү буйынса бөтә материалдарҙы профессиональ аттестациялау бара. Ассоциацияның был ҡарарын Рәсәй Хөкүмәте лә, Президент та хупланы, – тип билдәләне Владимир Груздев.
Ул шулай уҡ, әлеге көнгә юрист һөнәре менән миллионға яҡын кеше мәшғүл, һәм был һан халыҡтың әлеге хеҙмәттәргә ихтыяжын ҡәнәғәтләндерер өсөн етерлек, тип белдерҙе. Тап шуға күрә Ассоциация буласаҡ юристарҙың белем сифатын яҡшыртыуға иғтибар бүлергә ҡарар иткән.
В. Груздев быйыл ойошманың 20 йыллығы билдәләнеүе тураһында әйтте. 1-се билет Президент Владимир Путинға бирелгән. Ул Ассоциацияны юбилейы менән ҡотлап, алып барған хеҙмәте өсөн рәхмәт белдергән.
Спикер Ассоциация ағзаларының халыҡҡа бушлай юридик ярҙам күрһәтеүе тураһында ла телгә алды. Былтыр 1,5 миллион консультация үткәрелгән, шуларҙың 10 меңдән ашыуы – Башҡортостанда.
Мәғлүмәт, фото: ibw-bashkortostan.com/about/news/22425/
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!