Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Башҡортостандың креатив иҡтисады: йүнәлештәр, ҡиммәттәр, алымдар, үҫеш” стратегик сессияһында ҡатнашты. Сараны Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең Вуз-ара студент кампусында ойошторҙолар. Абруйлы ҡунаҡтар араһында “Креатив иҡтисад” коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы президенты Марина Монгуш, Рәсәй Президентының Ижтимағи проекттар идаралығы референты Владимир Костеев бар ине. Радий Хәбиров сәләмләү телмәрендә Башҡортостандың илдәге иң яҡшы үҙенсәлекле төбәктәр иҫәбенә инеп, ошо өлкәлә Рәсәй милли премияһын алыуын билдәләне.
– Үҙебеҙҙең республикала ла ошондай уҡ премия булдырҙыҡ. 10 номинация буйынса 400-ҙән ашыу ғариза тапшырылды. Конкурста ҡатнашыусыларҙың әүҙемлеге дөрөҫ йүнәлештә барыуыбыҙҙы раҫланы. Бөгөн кис иң-иңдәрҙе бүләкләйбеҙ, – тине төбәк етәксеһе. Өр-яңы индустрияларҙы үҫтереү – эшебеҙҙәге төп йүнәлештәрҙең береһе. Һәм беҙ ошо юҫыҡта уңышҡа өлгәшергә ниәтләйбеҙ. Тәү сиратта ойоштороу мәсьәләләрен хәл иттек, тейешле хоҡуҡи нигеҙ булдырҙыҡ. Дәүләт ярҙамы сараларын күҙаллайбыҙ, гранттар бүләбеҙ. Креатив кластерҙар асырға уйлайбыҙ, кадрҙар әҙерләйбеҙ.
Башҡортостан Башлығы республикала креатив индустрияны үҫтереү өсөн яңы саралар күреү зарурлығын билдәләне.
“Креатив иҡтисад” ойошмаһы президенты әйтеүенсә, Рәсәйҙең киләсәге өсөн кешеләрҙең, ҡалаларҙың, төбәктәрҙең интеллектуаль һәм ижади һәләтен асыу ойошманың төп бурысы булып тора.
– Ижади иҡтисадтың илдәге эске тулайым продуктҡа индергән өлөшө 4,4 процент тәшкил итә, – тине Марина Монгуш. – Ижади индустрияларҙың үҫеш йылдамлығы иҡтисад буйынса уртаса күрһәткестәрҙән юғарыраҡ, ижади секторҙың өлөшө артҡандан-арта бара. Рәсәйҙәге 4,6 миллион кеше ошо тармаҡта эшләй.
Владимир Костеев ижади индустрияларҙа ҡиммәттәрҙең мөһимлеге тураһында һөйләне.
– Креаторҙар – ҡиммәттәрҙе төп таратыусылар. Дизайнсылар, режиссерҙар, реклама яһаусылар, архитекторҙар, ашнаҡсылар, аниматорҙар – ҡиммәттәрҙе аңлайышлы телгә күсерә, – тине ул.
Сарала ҡатнашыусылар төбәктәрҙә ҡулланырлыҡ өр-яңы идара итеү технологиялары буйынса фекер алышты.
Журналистар менән әңгәмәлә Радий Хәбиров ижади индустрияның кешеләр аңына туранан-тура йоғонто яһауын билдәләне.
– Ижади продуктты коммерциялаштырырға мөмкин, тик уның йәмғиәтебеҙ ихтыяждарына яуап биреүе мөһим. Быны тыйыуҙар һәм сикләүҙәр ярҙамында түгел, ә ижади берләшмәләр менән килешеп тормошҡа ашырыу ҙур әһәмиәткә эйә, – тине ул.
Фото: БР Башлығы сайтынан.