Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
25 Февраль , 23:10

Заводтар асылыуға бергәләп ҡыуанабыҙ

Яңы цех аҙ ҡатлы төҙөлөштө үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк.

Заводтар асылыуға бергәләп ҡыуанабыҙ
Заводтар асылыуға бергәләп ҡыуанабыҙ

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеоэлемтә тәртибендә Учалыла “Технониколь” корпорацияһының “СтройМинерал” заводында ҡыйыҡ ябыу гранулалары сығарыу буйынса технология линияһын асты. Сара Өфөлә уҙғарылған “УралСтройИндустрия” халыҡ-ара форумы нигеҙендә ойошторолдо.

Яңы цех аҙ ҡатлы төҙөлөштө үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк.

“Технониколь” корпорацияһының перспективалы материалдар эшләү йүнәлеше етәксеһе Алексей Алматов төбәк етәксеһенә һәм республиканың идара итеү командаһына инвестиция проектына булышлыҡ иткән өсөн рәхмәт әйтте.

Башҡортостан Башлығы заводтың хеҙмәт коллективына уңыштар теләне.

– Республикала өр-яңы заводтар асылыуға, уларҙың яңыртылыуына, инвестициялар үҫкәнгә коллегаларыбыҙ менән бергәләп ҡыуанабыҙ, – тине Радий Хәбиров.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.

Заводтар асылыуға бергәләп ҡыуанабыҙ
Заводтар асылыуға бергәләп ҡыуанабыҙ
Заводтар асылыуға бергәләп ҡыуанабыҙ
Заводтар асылыуға бергәләп ҡыуанабыҙ
Заводтар асылыуға бергәләп ҡыуанабыҙ
Автор: Гөлсәсәк Хәйруллина
Читайте нас