Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеоэлемтә тәртибендә Төбәктәр үҫеше буйынса Хөкүмәт комиссияһы президиумы ултырышында ҡатнашты. Уны Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин үткәрҙе. Сарала ҡатнашыусылар йылытыу миҙгелен үтеү һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағын яңыртыу мәсьәләләрен тикшерҙе.
– Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһе социаль именлегебеҙ туранан-тура бәйле булған мөһим йүнәлеш булып ҡала. Ошо өлкә объекттарын тәртипкә килтермәйенсә, селтәрҙәрҙе һәм инфраструктураны яңыртмайынса яңы торлаҡ төҙөлөшөндәге уңыштарыбыҙҙы кешеләр тоймаясаҡ. Шуға күрә “Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проекты нигеҙендә беҙгә коммуналь хеҙмәттәрҙең сифатын һәм ышаныслылығын тамырынан арттырырға кәрәк, – тине Марат Хөснуллин. – Торлаҡ төҙөлөшө кеүек башҡа мөһим бурыстарҙы ла күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай. Дөйөм алғанда, төҙөлөш стадияһындағы торлаҡ күләме юғары кимәлдә һаҡланып ҡала. Быйылғы тәүге ике айҙа 6,6 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөлә башлаған, был элгәре йылға ҡарағанда 1,5 тапҡырға күберәк. Шулай уҡ граждандарҙың шәхси йорттарға ҡыҙыҡһыныуы артыуын күрәбеҙ. Был юҫыҡтағы эш шәхси торлаҡ төҙөү мөмкинлеген арттырыуға, төҙөлөштө йылдамлаштырыуға, граждандарҙың аҡсаһын һаҡлауға, инфраструктураны үҫтереүгә һәм ҡануниәтте камиллаштырыуға йүнәлтелергә тейеш.
Вице-премьер Хөкүмәт ағзалары менән ултырыш үткәрер алдынан Рәсәй Президенты Владимир Путинға төбәктәрҙә федераль инфраструктур программаларҙы тормошҡа ашырыу тураһында хәбәр итеүе тураһында белдерҙе. Атап әйткәндә, Башҡортостанды төп күрһәткестәр буйынса алдынғылар иҫәбендә билдәләгәндәр.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.