Иҡтисад
16 Апреля , 12:45

Өфөлә кадрҙар фестивале үтәсәк

Бөтә Рәсәй Эшкә урынлаштырыу йәрминкәһенең «Проффест. Рәсәй эше. Мөмкинлектәр ваҡыты» төбәк этабы 17 апрелдә "Торатау" конгресс-холында уҙа, тип хәбәр иттеләр Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан.

Өфөлә кадрҙар фестивале үтәсәкӨфөлә кадрҙар фестивале үтәсәк
Өфөлә кадрҙар фестивале үтәсәк

Көн дауамында, сәғәт 10.00-дан 16.00-гә тиклем төп майҙансыҡтар - вакансиялар йәрминкәһе, эш биреүселәрҙең, колледждарҙың һәм юғары уҡыу йорттарының презентациялары, «Үҙеңде бел» һөнәри тест уҙғарыу зонаһы эшләйәсәк. Уҡыусылар һәм йәштәр «Карьера төҙө» интерактив квесында ҡатнаша ала.

Блоктарҙың береһе махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы эшкә урынлаштырыуға һәм яраҡлаштырыуға арнала. Персонал менән идара итеү өлкәһендәге эксперттар ҡатнашлығында фекер алышыу, «Бөтәһе лә фронт өсөн, барыһы ла еңеү өсөн» патриотик флешмобы үтәсәк.

Программала шулай уҡ үҫмерҙәрҙе эшкә урынлаштырыу буйынса кәңәшмә, «Халыҡ төшкө ашы» акцияһы, һөнәри йүнәлештә яһалма интеллектты файҙаланыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре, киләсәк һөнәрҙәре һәм хеҙмәт баҙары талаптары тураһында лекциялар, шулай уҡ «Өфө 2030» хакатоны бар.

Кадрҙар фестивале кадрҙар милли проекты сиктәрендә үткәрелә.

Инфографика: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.

14+

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас