Иҡтисад
20 Май , 17:15

“Метротест" – импортты алмаштырыуҙың яҡшы миҫалы

Предприятие заманса ҡорамалдар етештерә.

“Метротест" – импортты алмаштырыуҙың яҡшы миҫалы“Метротест" – импортты алмаштырыуҙың яҡшы миҫалы
“Метротест" – импортты алмаштырыуҙың яҡшы миҫалы

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәрендә “Нефтекама” йылдам үҫеш биләмәһе резиденты – “Метротест” етештереү компанияһы эшмәкәрлеге менән танышты.

Предприятие материалдарҙың физик-математик үҙенсәлектәрен билдәләү өсөн заманса инновациялы ҡорамал етештерә. Бында шулай уҡ эшкә ҡушыу-көйләү эштәренең тулы циклын башҡаралар, һынау ҡорамалын әҙерләйҙәр, файҙаланылған осорҙа уны хеҙмәтләндереүҙе, ремонтлауҙы тәьмин итәләр.

“Метротест” директоры Юрий Калабин әйтеүенсә, һынау ҡорамалы юғары сифатлы материалдарҙан һәм комплектлау өлөштәренән етештерелә, Рәсәй һәм халыҡ-ара стандарт талаптарына яуап бирә.

Радий Хәбиров предприятие цехтарын ҡарап сыҡты, һынау машиналары эшләү күләмен арттырыу буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашырыу барышы менән танышты. Атап әйткәндә, 2026 йылдың беренсе кварталы йомғаҡтары буйынса модернизацияға 30 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән, 60 яңы эш урыны булдырылған.

– “Метротест” – импортты алмаштырыуҙың яҡшы миҫалы. Компания ошондай ҡорамалдар баҙарына уңышлы инеп китте. Егеттәр – афарин! Станоктар һатып ала, яңы бина төҙөгәндәр. Беҙҙең Төбәк лизинг компанияһы уларға яҡшы ставка буйынса ҡорамалдар һатып алырға ярҙам итер, тип килештек, – тине республика Башлығы кәңәшмә йомғаҡтары буйынса.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.

“Метротест" – импортты алмаштырыуҙың яҡшы миҫалы
“Метротест" – импортты алмаштырыуҙың яҡшы миҫалы
“Метротест" – импортты алмаштырыуҙың яҡшы миҫалы
“Метротест" – импортты алмаштырыуҙың яҡшы миҫалы
Автор:Гөлсәсәк Хәйруллина
Читайте нас