

Бөгөн Нефтекамаға эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡаланың социаль-иҡтисади үҫеш мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Унда республика Хөкүмәте ағзалары, төбәк министрлыҡтары һәм ведомстволары, хоҡуҡ һаҡлау органдары, ҡала хакимиәте етәкселәре ҡатнашты.
Сараны асып, республика Башлығы муниципалитеттың Башҡортостан иҡтисадына тос өлөш индереүен билдәләне.
– Ябай булмаған шарттарға ҡарамаҫтан, беҙ тормоштоң бөтә өлкәләренең тотороҡло үҫешен тәьмин итәбеҙ. Иң элек сәнәғәтебеҙҙең эше тураһында һүҙ бара, – тине Радий Хәбиров. – 2026 йылдың тәүге өс айында төбәктә етештереү күләме дүрт процентҡа тиерлек артты. Ә Нефтекамала үҫеш темпы – 12 процент самаһы. Был - бик яҡшы күрһәткес. Ҡала инвестиция йәлеп итеү йәһәтенән дә йылдам эшләй. Әле 25 миллиард һумлыҡ 54 башланғыс – әүҙем фазала.
Республика Башлығы “Нефтекама” йылдам үҫеш биләмәһенең эшмәкәрлеген юғары баһаланы. Унда 2,5 миллиард һумлыҡ проекттар тормошҡа ашырыла.
Эштең тағы ла бер мөһим йүнәлеше – инфраструктура һәм социаль объекттар төҙөү. Радий Хәбиров әйтеүенсә, федераль ярҙам менән ҡала биләмәһендә һыу тәьминәте һәм һыу бүлеү селтәрҙәре яңыртыла. Бынан тыш, быйыл Нефтекама дәүләт филармонияһын капиталь ремонтлай башланылар.
Яңы уҡыу миҙгеленә ҡалала яңыртылған Нефтекама машиналар эшләү колледжын асыу күҙаллана. Мәғлүм булыуынса, ул Рәсәй Мәғариф министрлығы конкурсында еңеп сыҡҡайны. Хәҙер уҡыу йорто нигеҙендә “НефАЗ” асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән берлектә заманса белем биреү кластеры ойошторола. Ә 14-се биҫтәлә, “Йәштәр һәм балалар” милли проектына ярашлы, республикала иң ҙур мәктәптәрҙең береһе төҙөләсәк.
Республика етәксеһе муниципалитеттың идара итеү командаһына уңайлы ҡала мөхите булдырыу йәһәтенән әүҙем эшләгәндәре өсөн рәхмәт әйтте. Бында 2019 – 2025 йылдарҙа тейешле федераль проект буйынса 38 объект төҙөкләндерелгән.
Башҡортостан Башлығы ҡаланың индустриаль флагманы – “НефАЗ” автозаводына айырым иғтибар бирҙе.
– Һуңғы биш йылда предприятие яҡшы үҫә. Ошо ваҡыт эсендә ул 161 миллиард һумлыҡ продукция сығарған. Уртаса айлыҡ эш хаҡы һәм һалым бүлемдәре артҡан, – тине республика Башлығы.
Әйткәндәй, былтыр ноябрҙә Нефтекамала Башҡортостан Хөкүмәтенең күсмә ултырышы булғайны. Уның һөҙөмтәһе буйынса юл картаһы раҫланды. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар ошо документтың үтәлешен, шулай уҡ иҡтисад тармаҡтарын һәм социаль өлкәне үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьәләләрен тикшерҙе.
Муниципалитет хакимиәте башлығы Эльдар Вәлидов Нефтекаманың төп үҫеш күрһәткестәре тураһында һөйләне. “НефАЗ” йәмғиәтенең генераль директоры Борис Хазиев предприятиены үҫтереү планын тәҡдим итте.
Эшкә йомғаҡ яһап, төбәк етәксеһе муниципалитет етәкселегенә ҡаланы үҫтергән өсөн рәхмәт әйтте.