

Бөгөн Ҡырмыҫҡалы районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Урожай” ауыл хужалығы предприятиеһының селекция-орлоҡсолоҡ үҙәге майҙансығында булды. Төбәк етәксеһе 122 мең тонна иген һаҡлауға иҫәпләнгән элеватор комплексының эше менән танышты.
Ауыл хужалығы предприятиеһының генераль директоры Радик Рафиҡов әйтеүенсә, орлоҡсолоҡ үҙәгендә силос, шулай уҡ иген ҡабул итеү, таҙартыу һәм киптереү буйынса технологик ҡорамалды монтажлауҙы тамамлағандар. Объектта шулай уҡ эшкә ҡушыу-көйләү эштәре башҡарылған.
Проектҡа инвестицияларҙың дөйөм күләме 2,6 миллиард һум тәшкил иткән. Яңы үҙәктең орлоҡ фондын “Урожай” компаниялар төркөмө, шулай уҡ башҡа ҡулланыусылар файҙаланасаҡ, тип күҙаллана. Ауыл хужалығы объектында 60-лап эш урыны булдырылған.
Башҡортостан Башлығы шулай уҡ предприятиеның Константиновка ауылы эргәһендәге яңы машина-трактор паркын ҡарап сыҡты. 10 мең квадрат метр майҙанда 30-ҙан ашыу иген йыйыу комбайны, 45 трактор, шулай уҡ прицеп агрегаттары һаҡлана. Бынан тыш, ошонда уҡ оҫтахана, запчасть өсөн келәт биналары, заправкалау станцияһы, административ биналар һәм ашхана урынлашҡан.
Төбәк етәксеһе “Урожай” компаниялар төркөмөнөң инвестиция әүҙемлеген һәм Башҡортостан агросәнәғәт комплексын үҫтереүгә индергән өлөшөн юғары баһаланы.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.