

Бөгөн Ҡырмыҫҡалы районына эш сәфәре барышында республика Башлығы Радий Хәбиров “Башпотребсоюз” системаһына ингән “Ҡырмыҫҡалы икмәк комбинаты”нда булды.
Предприятие 2004 йылдан эшләй һәм тәүлегенә 10 тонна икмәк-ҡалас һәм кондитер ризыҡтары сығара. 17 икмәк ташыу машинаһы ошо ризыҡтарҙы Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай ҡалалары, Ҡырмыҫҡалы, Архангел, Шишмә, Ғафури райондары магазиндарына ташый.
Комбинат етәксеһе Әлфирә Богданова әйтеүенсә, кирбес мейестә ҡомалаҡлы сүпрә ҡушып бешерелгән Ҡырмыҫҡалы икмәген республика халҡы бик ярата. 2025 йылда комбинатта фасадты капиталь ремонтлағандар, ҡыйыҡты өлөшләтә төҙөкләндергәндәр. Икмәк ташыу машиналары паркын яңыртыуға ла айырым иғтибар бирелә. Һуңғы йылдарҙа предприятиеның ҡеүәте һәм сығарылған продукция күләме бер нисә тапҡыр артҡан.
– Икмәгегеҙ бик тәмле, бер нисәһен үҙем менән алып ҡайтырмын. Элек ауылдарҙа бешерелгәнгә оҡшаған тәбиғи икмәкте бик яратабыҙ. Афариндар, ошо йолаларҙы һаҡлап ҡалғанһығыҙ, - тине Радий Хәбиров. – Ғөмүмән, икмәк етештереү – ул башлыса бизнес түгел, ә социаль хеҙмәтләндереүҙер, моғайын. Сөнки бында рентабеллек әллә ни юғары түгел. Комбинатҡа ярҙам күрһәтеү сараһын уйларбыҙ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.