Иҡтисад
26 Август , 18:55

"Башҡортостан аҙыҡ-түлеген бөтә Рәсәй белә"

Иң-иңдәргә дәүләт һәм ведомство наградалары тапшырылды

"Башҡортостан аҙыҡ-түлеген бөтә Рәсәй белә""Башҡортостан аҙыҡ-түлеген бөтә Рәсәй белә"
"Башҡортостан аҙыҡ-түлеген бөтә Рәсәй белә"

26 августа Республикаға етәкселек итеү үҙәгендә Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Оксана Лут һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров агросәнәғәт комплексы тармағында оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгән өсөн төбәктең ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте хеҙмәткәрҙәренә дәүләт һәм ведомство наградаларын тапшырҙы.

– Башҡортостанға даими киләм. Был күп йүнәлешле төбәктә иҡтисадтың төрлө тармаҡтары, шул иҫәптән ауыл хужалығы үҫә. Республика ауыл хужалығы продукцияһы етештереү күләмен йылдан-йыл арттыра. Былтыр рекорд ҡуйылды – Башҡортостан бер миллин тонна майлы һәм 3,6 миллион тонна иген культуралары уңышын йыйып алды. Малсылыҡта ла һөҙөмтәлелек буйынса ла, һөт,ит етештереү күләме йәһәтенән дә даими үҫеш күҙәтелә. Рәсәйҙәге иң яҡшы аграр университеттарҙың береһе шулай уҡ Башҡортостанда урынлашҡан. Юғары уҡыу йорто әүҙем үҫә, бөтә программаларҙа ҡатнаша, уны бөтә ил белә, – тине Оксана Лут. – Бөгөн беҙ республикалағы бөтә йүнәлештәр – малсылыҡ, үҫемлекселек, ветеринария, ғилми-белем биреү эшмәкәрлеге вәкилдәрен бүләкләйбеҙ. Һеҙгә хеҙмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Башҡортостан аҙыҡ-түлеген, башҡорт брендтарын бөтә Рәсәй белә. Республикалағы ауыл хужалығы артабан да уңышлы үҫер, тип ышанам.

– Оксана Николаевна – республикабыҙҙың яҡын дуҫы. Шәхсән һеҙгә һәм Ауыл хужалығы министрлығына даими ярҙамығыҙ өсөн ҙур рәхмәт әйтергә теләйем, – тине Радий Хәбиров. – Бөгөн беҙ агросәнәғәт комплексы хеҙмәтсәндәренә, аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеүселәргә, республикабыҙ, мәҙәниәтебеҙ һәм әхлағыбыҙ терәге булараҡ ауылды һаҡлаусыларға дәүләт наградалары тапшырабыҙ. Ябай булмаған хеҙмәтегеҙ өсөн ысын күңелдән рәхмәт. Ә республика артабан да ауылды үҫтереүгә – юл һалыуға һәм ремонтлауға, парктарҙы, скверҙарҙы төҙөкләндереүгә, социаль инфраструктураны нығытыуға ресурстар йүнәлтәсәк.

 

Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.

Автор:Гөлсәсәк Хәйруллина
Читайте нас