Иҡтисад
26 Август , 18:25

Иғтибар үҙәгендә – ауыл хужалығы

Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Оксана Лут Радий Хәбиоов менән осрашты.

Иғтибар үҙәгендә – ауыл хужалығыИғтибар үҙәгендә – ауыл хужалығы
Иғтибар үҙәгендә – ауыл хужалығы

26 августа Башҡортостанға эш сәфәре менән Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Оксана Лут килде. Республика йортонда ул төбәк Башлығы Радий Хәбиров менән осрашты. Көн тәртибенә ауыл биләмәләрен үҫтереү, ураҡ кампанияһы һәм төбәктең федераль министрлыҡ менән үҙ-ара эш итеүе мәсьәләләре инде.

Башҡортостан Башлығы илдең ауыл хужалығы министрына һәм ведомство коллективына һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Агросәнәғәт комплексын үҫтереүгә ҙур иғтибар бүләбеҙ, – тип белдерҙе Радий Хәбиров. – Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы менән уңышлы эш итеү һөҙөмтәһендә һуңғы йылдарҙа хужалыҡтарҙың техник паркын һиҙелерлек яңырттыҡ. 2020 йылдан аграрийҙар 80 миллиард һумлыҡ машина һәм ҡорамалдар һатып алды. 2026 йылда ғына туғыҙ миллиард һумдан ашыуға техника алдыҡ.

Бынан тыш, “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” дәүләт программаһы буйынса байтаҡ аҡса йәлеп иттек. 2020 – 2025 йылдарҙа уны тормошҡа ашырыуға 10 миллиард һум, шул иҫәптән федераль бюджеттан 6,7 миллиард һум йүнәлттек. Был 760 ғаиләнең торлаҡ шарттарын яңыртыу,  29 социаль объект төҙөү һәм ремонтлау, 290 йәмәғәт киңлеген төҙөкләндереү, шулай уҡ 80 километрлыҡ юл, 147 километрлыҡ газ һәм 220 километрлыҡ һыу бүлеү линияһын һалыу мөмкинлеген бирҙе.

Төбәк етәксеһе профилле уҡыу йорттарын яңыртыу йәһәтенән дә әүҙем эш алып барылыуын билдәләне. Мәҫәлән, “Агросәнәғәт комплексына кадрҙар” федераль проектына ярашлы Башҡорт дәүләт аграр университетының икенсе уҡыу корпусы реконструкцияланды. Ә быйыл иһә өсөнсө корпусты ремонтлауға тотондолар. Федераль ярҙам менән шулай уҡ ауыл хужалығы өсөн белгестәр әҙерләгән колледждарҙың биналары төҙөкләндерелә.

Комплекслы ҡараш һөҙөмтәһендә тармаҡта үҫеш күрһәткестәре яҡшы.

– Республикала ураҡ кампанияһы ҡыҙған мәл. Һауа шарттары тотороҡло булмаһа ла, аграрийҙар сәселгән майҙандың  50 процентынан ике миллион тоннаға яҡын иген йыйып алды, – тип белдерҙе Радий Хәбиров. – Һуңғы йылдарҙа сәсеүлектәр структураһында беҙ майлы культураларҙы арттырырға булдыҡ, ошо йүнәлештә яҡшы үҫеш ҡеүәтен күрәбеҙ. Дөйөм алғанда, 2026 йыл уңышы яҡшы булыр, тип өмөтләнәбеҙ.

Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры республикалағы агросәнәғәт комплексының йылдам үҫешен билдәләне.

– Республиканың ауыл биләмәләрендә миллион ярым кеше йәшәй. Башҡортостан – илдең төп ауыл хужалығы төбәктәренең береһе. Былтыр бында тарихта тәүге тапҡыр бер миллион тонна майлы культуралар уңышы йыйып алынған, ә иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар уңышы 3,6 миллион тоннанан артып киткән. Урындағы продукция илдең бик күп төбәктәрендәге ҡулланыусыларға яҡшы таныш. Республика ҡеүәтен арттырыуҙы дауам итер, тип ышанам, – тине Оксана Лут.

Ул шулай уҡ ауыл биләмәләрендәге юғары үҫеште, профилле белем биреү системаһын яңыртыуҙы айырып билдәләне.

 

Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.

Автор:Гөлсәсәк Хәйруллина
Читайте нас