

26 августа республикаға эш сәфәре менән килгән Рәсәй ауыл хужалығы министры Оксана Лут һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәгендә булды. Ҡунаҡтар Биохимия һәм генетика институтының ғилми лабораториялары эшмәкәрлеге менән танышты.
Учреждение директоры Василий Мартыненко ғалимдарҙың аграр фәнде үҫтереүгә айырым иғтибар биреүе тураһында һөйләне.
Радий Хәбиров һәм Оксана Лут “Фән һәм университеттар” милли проектына ярашлы асылған үҫемлектәр геномикаһы лабораторияһын ҡарап сыҡты. Бында хужалыҡ өсөн ҡиммәтле үҙенсәлектәргә эйә булған үҫемлектәрҙең маркер йүнәлешле һәм геном селекцияһы өлкәһендә тикшеренеүҙәр үткәрелә. Ә үҫемлектәр һәм микроорганизмдар биоинженерияһы лабораторияһында ғалимдар ауыл хужалығы культураларының уңышын арттырыуға килтергән биологик ҡеүәтте тормошҡа ашырыуҙың молекуляр сараларын өйрәнә.
Оксана Лут республикалағы ғилми берләшмәнең ауыл хужалығын үҫтереүгә һәм федераль күрһәткестәрҙе үтәүгә тос өлөш индереүен билдәләне.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.