Бөтә яңылыҡтар
Иман
4 Октябрь 2021, 13:07

Ҡартлыҡ өсөн йәшлек яуаплы

Иманлы бала өлкән йәштәге атаһын өҫтәмә эш эҙләргә мәжбүр итмәҫ.

ndelo.ru
Фото:ndelo.ru

Байтаҡ йылдар район үҙәгендә имам-мөхтәсиб булып эшләйем. Шул ваҡыт арауығында кешеләр яҙмышынан бик күпте күрергә тура килде.

Иман йортона өлкәндәр йышыраҡ килгәнлектән, улар менән ҡәрҙәш кенә түгел, серҙәш тә булып бөткәнбеҙ. Шулай ҙа улар араһында ла төрлө холоҡлолар бар.

 Мәҫәлән, бер саҡ яныма 70 йәштән үткән ағай килде. Үҙен күптән беләм: ғүмер буйы яҡшы урында эшләне, етеш йәшәне, хәҙер пенсияны ла мул ала. “Һис ҡасан мәсеткә йөрөгәне юҡ ине ләбаһа. Нимә булды икән? – тип уйлап алдым. – Бәлки, әл-хәмдү лил-ләһ, иман юлына баҫырға ниәтләгәндер?” Әммә ағай бөтөнләй икенсе уй менән йөрөй булып сыҡты.

– Ҡустым, мәсетеңдә миңә берәй эш юҡмы? – тип һүҙ сурытып тормай шунда уҡ һораны ул. – Килгән кешене ҡаршылап ултырырға булһа ла ризамын. Башҡа бер урынға ла алмайҙар. Ә аҡса кәрәк, пенсияға ғына мөрхәтһенеп йәшәп булмай...

Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, аптырап ҡалдым. Һаман аҡса артынан ҡыуа. Ул хәтлем матди байлыҡ нимәгә икән һуң ағайға? Беләм, балалары өсөн барыһын да эшләне, һис ниндәй ауырлыҡ күрһәтмәйенсә, үҙаллы тормош­ҡа аяҡ баҫтырҙы, барлыҡ уңай­лыҡтар менән тәьмин итте... Ә, бәлки, ағайҙың мәсеттән эш белешеүе иманға килеү өсөн сәбәп кенәлер?

Ошо уйҙан сығып, әйтеп ҡуйҙым:

– Ғибәҙәтханаға юҡҡа тар­тыл­майһыңдыр, ағай. Намаҙға баҫырға ниәтләйһеңдер.

Ағайҙың йөҙө иһә ҡапыл үҙгә­реп китте, күҙҙәрендә тәкәббер­лек осҡондары һиҙелеп ҡалды:

– Кит юҡты. Барыһы ла намаҙ уҡып ултырһа, кем эшләр? Мин бына ғүмер буйы хеҙмәт иттем, буш ваҡытым булманы тиерлек. Дин тотмаһам да, шәп йәшәнем. Балаларыма һаман да ярҙам итерлек ҡеүәтем бар әле. Пен­сиям­дың күп өлөшөн ейәнем белем алған юғары уҡыу йортона түләп торғанға, өҫтәмә аҡса булмаҫмы, тип кенә йөрөүем. Ә һин... Намаҙ, имеш, ундай нәмәләргә ваҡытым юҡ минең...

Шулай ҡапыл ҡыҙып киткән ағайға бер ни ҙә төшөндөрә алмай ултырып ҡалдым. Мәсеттә хеҙмәт күрһәткәндәрҙең эш хаҡы алмауын, дин, халыҡ мәнфәғә­тен ҡайғыртыуын, Аллаһ рәхмә­те өсөн тырышыуын да әйтеп өлгөрмәнем. Быны ишетһә, ағай ни эшләр ине икән?..

Бер яҡтан уйлап ҡарағанда, тормошона һүҙ әйтерлек түгел. Көсө бар икән, ниңә хаҡлы ялда аҡса эшләүҙе дауам итмәҫкә? Балаларға кәрәкле булып йәшәү үҙе бәхет бит. Әммә икенсе яҡтан... Иманлы бала өлкән йәштәге атаһын өҫтәмә эш эҙләп йөрөргә мәжбүр итер инеме? Юҡ. Ололарҙың байтағынан: “Ярҙам итә алмай башлаһаң, балалар тыуған йортона ҡай­тыр­ға ашҡынып та тормай ул...” – тигәнде ишеткәнем бар. Күре­неүенсә, барыһы ла тәрбиәгә барып тоташа. Төп ғәйеп – ата-әсәнең үҙендә. Улар ғүмер ба­ҡый балаларына ел-ямғыр тей­ҙермәй йәшәп, иң ҙур бурысын – күңелдәренә иман, әхлаҡ һа­лыуҙы онота. Һөҙөмтәлә күп­тә­ре ҡартайған көндәрендә иғти­бар тойорға, үҙҙәренең барлы­ғын, кәрәклеген раҫларға теләп көн күрә.

Өлкәнәйгән һайын күңел нес­кәрә, баланыҡылай йомшаҡҡа әйләнә. Ошоно иҫтә тотоп, оло­ларға йылы һүҙҙәребеҙҙе ет­керер­гә, ҡәҙер-ихтирамыбыҙ­ҙы күрһәтергә онотмаһаҡ ине. Ҡай­һы берәүҙәр, ҡыҙғанысҡа ҡар­шы, быны аҡса менән хәл итергә тырыша. Йәнәһе, ҙур ярҙам күрһәтә. “Өлкәндәрҙе аҡсағыҙ менән ҡәнәғәтләндерә алмаҫһы­ғыҙ. Уларға мөнәсәбә­тегеҙ яҡ­шы, йөҙөгөҙ яҡты бул­һын”, – тигән был йәһәттән пәйғәмбә­ребеҙ Мөхәммәт ғәләй­һис-сә­ләм. Ололарға һүҙ, эш аша ихтирам-хөрмәт күрһәтеү, изгелек­ле булыу – йәштәрҙең төп кешелек бурысы. Уларҙың риза­лы­ғын алыу, ҡәнәғәтлегенә өлгә­шеү һәр кемдең тормошона бәрәкәт бирер.

Йәнә шуныһы: хаҡ юлдан барыу, намаҙ уҡыу ваҡытты алмай ул. Аллаһты иҫкә төшөрмәйенсә, барыһы ла тик Уның ниғмәте икәнен аңламайынса, дөрөҫ йәшәмәйенсә ғүмер уҙғарып, аҙаҡ үткәнеңә үкенергә яҙмаһын. Кешелек бурыстарын атҡарған әҙәм балаһының ҡартлығы, һис шикһеҙ, бәхеткә күмелер.

(Республика райондарының береһендә имам-мөхтәсиб булып эшләгән хәҙрәттән яҙып алынды).

- Дилбәр ИШМОРАТОВА.

Атай-әсәйеңә изгелек ҡыл

 

Исламда ололарға, атай-әсәйгә ихтирам-хөрмәт күрһәтеү – иң мөһим бурыстарҙың береһе. Өлкән йәштәгеләр көнө уңайынан ошо бурысҡа бәйле хәҙис, нәсихәттәр тәҡдим итәбеҙ.

* * *

“Ҡөрьән Кәрим”дә ата-әсә хаҡы түбәндәге әмерҙәр аша белдерелә: “Ғибәҙәтте Аллаһ Тәғәләгә ҡылығыҙ һәм ата-әсәгә изгелек итегеҙ. Улар янығыҙҙа йәшәп ҡартайһа, һис бер заман “уф!” тип әйтмәгеҙ, гелән матур, яғымлы һүҙле булығыҙ”.

* * *

“Йә Рәсүлуллаһ, ата-әсәм вафат булғандан һуң уларға ниндәйҙер яҡшылыҡ, изге ғәмәл ҡыла аламмы?” — тип һораған бер кеше Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдән.

“Мөмкин, — тигән Пәйғәмбәребеҙ. — Атай-әсәйеңдең гонаһтарын кисереүҙе һорап Аллаһ Тәғәләгә доға ҡылһаң; яҡындарыңа биргән вәғәҙәләреңде үтәһәң; уларҙың дуҫтарын ололап, хөрмәт күрһәтһәң; туғанлыҡ ептәрен өҙмәй, гелән ялғап торһаң, Хоҙай рәхмәтен насип итер”.

* * *

“Ғүмере үтеп, һуңғы һулышы еткәнсә бер изгелек тә ҡылмаған, ата-әсәһенең фатихаһын алмаған кешенең Аллаһ Тәғәлә алдында аҡланыр урыны ҡалмаҫ”, – тигән хәҙисендә пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.

* * *

“Атай-әсәйең ниндәй генә булмаһын, уларҙы ысын күңелдән һөй. Күҙ алдарынан юғалып, билдәһеҙ ерҙәрҙә оҙаҡ йөрөмә. Айырым торһаң, даими килеп хәлдәрен бел, йомоштарын үтә, саҡырып ҡунаҡ ит. Атай-әсәйең йөрөй алмаҫлыҡ хәлгә килһә лә, һис ауырһынма. Уларҙы балаларыңдың ҡаты һүҙ әйтеүенән һаҡла, яндарында тәкәбберләнеп йөрөмә. Хатта ата-әсәң һине яратмаһа ла, үҙең ҡараңғы сырай күрһәтмә. Гүр эйәһе булһалар, һәр саҡ уларға доға ҡылып тор. Бына шулай тәрбиә итһәң генә, уларҙың хаҡын еренә еткереп үтәгән булырһың” (“Ислам ҡанундары” китабынан).

* * *

“Раббың һиңә Үҙенән башҡа бер кемгә лә табынмаҫҡа, ата-әсәгә изгелекле булырға бойорҙо, – тиелә “Ҡөрьән Кәрим”дә. – Уларға асыуланма, һуҡранма, яҡшы мөнәсәбәттә бул”.

* * *

Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдән берәү ата-әсә хаҡы тураһында аңлатыуын һораған. “Атайыңа “атайым!” тип кенә өндәш, – тигән Пәйғәмбәребеҙ. – Бергә йөрөгәндә ул алданыраҡ барһын. Атаһы менән әсәһенә ҡарата изге мөнәсәбәттә булғандар алдында йәннәттең ике ҡапҡаһы ла асып ҡуйылыр”.

* * *

Әҙәм балаһы баҡыйлыҡҡа күскәс тә уның ғәмәл дәфтәренә әжер-сауап өҫтәлеп тороуына сәбәп булған өс нәмә бар. Уларҙың береһе – ата-әсәһе рухына доға ҡылған игелекле балалар. Үҙенә күркәм холоҡло алмаш тәрбиәләгән әҙәм балаһы фани донъяла ла, ахирәттә лә бәхетле була.

“Тормошта күҙ нурындай ҡатын, яҡшы балалар биреүен теләп, мосолман ир һәр ваҡыт Аллаһҡа доға ҡылып торһон”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.

Читайте нас: