Бөтә яңылыҡтар
Иман
10 Март , 16:00

Ундай тормоштан туйҙым...

Тормошомдоң артҡа тәгәрәгәнен һиҙеп, асырғанып, үҙемә урын таба алмай йөрөгәндә, ысын күңелдән Аллаһы Тәғәләгә мөрәжәғәт иттем. “Хоҙайым,  ҡотҡар мине эскелек һаҙлығынан, тура юлға баҫтыр!” - тип үкһеп  илай-илай үҙ һүҙҙәрем менән Уға мөрәжәғәт иттем.    

Ундай тормоштан туйҙым...
Ундай тормоштан туйҙым...

- Шаян булдым мин үҫмер саҡтан. Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, ти бит халыҡ мәҡәле. Элек ни, атай-әсәй берәй байрам булһа, ҡунаҡ йыя, өҫтәлгә “аҡбаш” менеп ҡунаҡлай. Бер аҙ күңелләнеп алғас, башта йыр һуҙалар, аҙаҡ ҡыҙып алған  ир-ат  бер-береһен кәзекләй, бәйләнә, әпәй шүрлегенә лә ҡундырыуға оҙаҡ һорап тормай. Мин дә һуғыш суҡмары инем,  уҡыуға илтифат бирмәнем, мәктәптә уҡыған саҡта төшөрә башланым. Шул бәйһеҙлегем арҡаһында күҙемде зыянланым, буш шешәне бәреп ватҡанда ярсығы күҙемә ҡаҙалды, шунан алып бер күҙем күрмәй тиерлек, күпме наркоз кисергәнде үҙем генә беләм. Ғаилә ҡороп, бер-бер артлы ҡыҙҙарым тыуҙы. Эсеп, былағайланып йөрөү еттеме, үҙем дә бындай тормоштан туйҙым.

“Йәшел йылан”ға алданып, атайым янғында үлеп ҡалды. Тормошомдоң артҡа тәгәрәгәнен һиҙеп, асырғанып, үҙемә урын таба алмай йөрөгәндә, ысын күңелдән Аллаһы Тәғәләгә мөрәжәғәт иттем. “Хоҙайым, ҡотҡар мине эскелек һаҙлығынан, тура юлға баҫтыр!” - тип үкһеп  илай-илай үҙ һүҙҙәрем менән Уға мөрәжәғәт иттем, бер ҡасан да иҫерткес эсемлекте ауыҙға алмаҫҡа һүҙ бирҙем.  

Элекке шешәләштәремә, ашау байына мине бушҡа хеҙмәтсе итеп тотҡан ауылдаштарыма минең был аҙымым оҡшаманы. Себерҙән ҡайтҡан күршем машинаның багажнигын тултырып һыра тейәп өй янына килеп, эсергә, “байрам” итергә күп  өгөтләне. Шайтан ҡотҡоһона бирелмәҫкә ныҡлы ҡарар иткәйнем инде, апай. Мәсеткә биш тапҡыр намаҙ уҡырға йөрөйөм. Ышанаһығыҙмы, яҡшы ниәттә  эш башҡарыр алдынан һәр ваҡыт Аллаһы Тәғәләнән ризалыҡ һорайым. Тик Аллаһы Тәғәләнең ризалығы менән изге эш атҡарам. Донъяны яңырттым, биш ҡыҙыбыҙ үҫә. Әлхәмдүлиллаһ, тормошобоҙ алға китте.  

Тағы ла шуны аңланым: ниндәй ҙә һүҙ әйтер алдынан уның мәғәнәһен ҡат-ҡат уйлап әйтергә өйрәндем. “Кәрәкмәй ул миңә һарай, мал тотмаясаҡмын”, - тип кемгәлер әйтеп ысҡындырыуым булды, шул уҡ кисте йәшен һарайымды атты, көлө генә тороп ҡалды, апай. Ышанһағыҙ ышанығыҙ, ышанмаһағыҙ юҡ.

Маҡтамағыҙ мине апай, бар маҡтауҙар тик Аллаһы Тәғәләгә генә. - Юлда туҡталышта ултыртып алған йәш ир миңә шулай күңел серен систе. Мин дә ул егеттең тормош мәғәнәһен аңлап, йәмен, тәмен йәшәүенә һоҡландым. Айыҡ ҡарашлы йәштәребеҙ күберәк булһын, иншәлләһ!

Ундай тормоштан туйҙым...
Ундай тормоштан туйҙым...
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: