Бөтә яңылыҡтар
Иман
12 Июнь , 22:15

Быйылғы нурлы Нарыҫтау йыйыны хәрби операцияла ҡатнашыусы ил һаҡсылары – Башҡортостан егеттәренә арналды

Республикабыҙҙа әүлиәләргә ҡарата тәрән хөрмәт һаҡланған. Йыл да Миәкә районы Илсеғол ауылына яҡын урынлашҡан Нарыҫтау итәгендә “Сәхәбә” мәсетендә Мосолмандар йыйыны үтеүе  шуға дәлил булып тора. Быйыл ул ҡулдарына ҡорал алып, ил именлеге өсөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ил һаҡсылары – Башҡортостан егеттәренә арналды.

Быйылғы нурлы Нарыҫтау йыйыны хәрби операцияла ҡатнашыусы ил һаҡсылары – Башҡортостан егеттәренә арналды
Быйылғы нурлы Нарыҫтау йыйыны хәрби операцияла ҡатнашыусы ил һаҡсылары – Башҡортостан егеттәренә арналды

Йыйынға республикабыҙҙың төрлө райондарынан билдәле ғалимдар, имамдар, халҡыбыҙҙың киләсәге, берҙәмлеге өсөн йән атып йөрөгән арҙаҡлы шәхестәр килгәйне. Рәсәй көнө байрамына тап килгән сарала сығыш яһаусылар донъя тарихындағы олуғ шәхес – СССР-ҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандары Диниә назараты мөфтөйө, Бөйөк Ватан һуғышында тыуған илде һаҡлаусылар сафына баҫҡан ҙур шәхес, шәйех Ғабдрахман Рәсүлевте оло ихтирам менән иҫкә алды.

Бөйөк Ватан һуғышы осоронда  мосолмандар съезында Ғабдрахман Рәсүлев  фашистик Германияға  ҡаршы изге һуғыш – “джихад” иғлан иткән. “Иманлы халыҡ берҙәм, ғүмерле. Ватанды һөйөү ҙә нәҡ имандан. Бөгөн ҡулына ҡорал алып яуға күтәрелгән, уртаҡ Ватаныбыҙ өсөн көрәшмәгән бер генә дин әһеле ҡалманы”, - тип сығыш яһаған һәм Ҡыҙыл Армия сафтарында көрәшкә саҡырған. Үҙенә Аллаһ тарафынан бирелгән бөйөк көстө файҙаланып, уҡыған доғалар менән Еңеү көнө яҡынайтырға өлөш индергән.

Бөгөн дә дин әһелдәре  ил тыныслығы өсөн махсус хәрби операция биләмәһенә юллана. “Яуға киткән ир-егеттәрҙе Аллаһ Тәғәлә үҙе һаҡлаһын, ғаиләләренә имен ҡайтырға насип итһен, ғаиләләренә киң мөмкинлеген бирһен”, - тине үҙ сығышында  махсус хәрби операцияға ике тапҡыр барып ҡайтҡан Рәфис хәҙрәт Сафин. Әйткәндәй, ул яугирҙәргә рухи таяныс һәм ярҙам күрһәтеү маҡсатында шул яҡтарға тағы юллана.

Йыйынға килгәндәр йәмәғәт намаҙы уҡыны, илебеҙ Рәсәй менән Башҡортостандың ныҡлығы, именлеге өсөн доға, сәхәбәләргә зыярат ҡылды. Тамашасылар сәнғәт оҫталары, сәсәндәрҙең мөнәжәт-ҡобайырҙарын тыңланы. Йыйынға килгән йәштәр уҡтан атыу буйынса оҫталыҡ дәресе алһа, кемдер ҡул эше оҫталарының теккән милли кейеме биҙәнеү әйберҙәре менән танышты.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: