Әбйәлил районынан билдәле сәсәниә Вәсилә Садиҡова Ғөмрә (кесе хаж) хаж ҡылған. Мәккәлә, Мәҙинәлә булған. Ул, ҡыуанып, был хаҡта үҙе хәбәр иткән.
Егерме йыл элек ул ислам дине тураһында шиғыр яҙған булған. Бөгөн ошо хыялының тормошҡа ашыуына шатлана.
Ғөмрә хажы Ҡәғбәтулланы ете ҡат тауаф ҡылыу (сәғәт уҡтарына ҡаршы урау) һәм ике рәҡәғәт нәфел намаҙы уҡыу, унан Сафа менән Мәрүә араһында ете тапҡыр сағи ҡылыуҙан (йөрөү) ғибәрәт. Ошо ике тау араһында йөрөгәндә һәр ваҡыт доғала булаһың. Сафа менән Мәрүә тауҙары – Аллаһтың ғибәҙәт өсөн тәғәйенләгән урыны. Ғөмрә хажы – сөннәт, уны үтәү ныҡ сауаплы. Уны үҙең өсөн дә, башҡалар өсөн дә үтәргә мөмкин.
Вәсилә инәй Һәйетҡол ауылында мәҙәниәт йорто мөдире булып эшләй. 1985 йылда эскелеккә ҡаршы көрәш иғлан ителгәс, “Айыҡ ауыл” сараһын башлап йөрөүсе була.
Әле лә 85 йәшлек ағинәй әүҙем йәшәү рәүеше алып бара. Хажға ла "ыһ" та итмәй барып ҡайта.
Сығанаҡ: https://vk.com/im?sel=166873706&w=wall-106859930_132730%2Fd20b54903a6858dfe5
Фото: В. Садиҡова.