Бөтә яңылыҡтар
Иман
15 Сентябрь , 21:00

Гонаһтарҙы ғәфү итеүҙе һорау доғаһы

Уны иртән һәм кис уҡыусы шул көндә үлеп китһә, йәне йәннәттә булыр, тиҙәр.

Гонаһтарҙы ғәфү итеүҙе һорау доғаһы
Гонаһтарҙы ғәфү итеүҙе һорау доғаһы

Аллаһ Тәғәләнән гонаһтарҙы ғәфү итеүҙе һорау доғаһы🤲

Уны иртән һәм кис уҡыусы шул көндә үлеп китһә, йәне йәннәттә булыр, тиҙәр.

Аллаһүммә әнтә рабби лә иләһә иллә әнтә халәҡтәни үә әнә ғәбдүкә үә әнә ғәлә ғәһдикә үә үәғдикә мәс-тәтағтү әғүҙү бикә мин шәрри мә санағтү, әбү’ү ләкә биниғмәтикә ғәләййә үә әбү’ү ләкә биҙәнби фәғ-фир-ли, фә иннәһү лә йәғфирүҙ-ҙүнүбә иллә әнтә.

Мәғәнәһе: «Эй, Аллаһ! Һин – минең Раббым, һинән башҡа Илаһ юҡ; һин мине яралтып бар иттең, ә мин – һинең ҡолоң. Көсөм етер тиклем мин һиңә тоғролоҡ һаҡлаясаҡмын. Үҙем эшләгән яуызлыҡтарҙан тик һиңә генә һыйынам. Һинең миңә ҡарата булған мәрхәмәт-шәфҡәтеңде таныйым, үҙ гонаһтарымды ла таныйым. Гонаһтарымды ярлыҡа. Ул гонаһтарҙы һинән башҡа бер кем дә ярлыҡамаҫ».

Нәсих Хәлисов фотоһы.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: