Иман
31 Декабрь 2024, 08:00

Ауыр саҡта уҡый торған доғалар

Ныҡ ауыр хәлгә тарып, уны йырып сыға алмаҫлыҡ булып тойолғаны бар, эйеме? Ундай саҡта үҙеңде үҙең тынысландыра алаһың. Ошо ҡыҫҡа ғына ике доға һеҙгә еңеллек бирер.

Ауыр саҡта уҡый торған доғаларАуыр саҡта уҡый торған доғалар
Ауыр саҡта уҡый торған доғалар

Һәр беребеҙ ауыр хәлгә ҡалған, ҡайғыға тарыған ваҡыттар була. Уларҙы йырып сыға алмағандай тояһың үҙеңде. Ошондай саҡтарҙа Аллаһ Тәғәләгә ниндәй доға менән мөрәжәғәт итергә?

1. إِنَّا للهِ وَإِنَا إِلَـيْهِ راجِعُونَ، اللَّهُـمَّ اْجُـرْنِي فِي مُصِـيبَتِي، وَاخْلُـفْ لِي خَيْـراً مِنْـهَا
"Иннә лилләһи үә иннә илләйһи рәджиғун! Аллаһүмә - джурни фи мусыбати вахлүф ли хайран минһа"

Мәғәнәһе:
Ысынында беҙ барыбыҙ ҙа Аллаһтан, һәм кире ҡайтыуыбыҙ ҙа Уға! Эй, Аллаһ, мине ҡайғыларым өсөн бүләклә һәм уны (ҡайғыларҙы) хәйерле тормош менән алыштыр.

2. لَّا إِلَٰهَ إِلَّا أَنتَ سُبْحَانَكَ إِنِّي كُنتُ مِنَ الظَّالِمِينَ
"Лә иләһә иллә анта сүбхәнәкә инни кунту мина-залимиин "

Мәғәнәһе:
«Һинән башҡа ғибәҙәткә лайыҡ илаһ юҡ! Һин саф! Ысынында, мин гөнаһлыларҙың береһе инем».

Сығанаҡ: https://vk.com/im?sel=166873706&w=wall-171671685_2684%2F12ccd7421c23480ae9

Нәсих Хәлисов фотоэтюды.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас