Иман
21 Май 2025, 09:00

Өйҙән Ҡөрьән генә ҡалған

Был райондағы беренсе осраҡ түгел. 2021 йылда ла ике йорт янғайны...

Өйҙән Ҡөрьән генә ҡалғанӨйҙән Ҡөрьән генә ҡалған
Өйҙән Ҡөрьән генә ҡалған

Май байрамдары осоронда Бөрйән районының Яңы Мөсәт ауылында Рәмил Уразаев менән Таһира Мырҙайәнованың өйө янып китә. Ут бөтә мөлкәтте, документтарҙы, кейем-һалымды юҡ итә, әммә Ҡөрьән китабына теймәй. Емереклектәрҙе аҡтарғанда уны табыр алалар, биттәре лә теүәл була.

Бындай хәлдәрҙе йыш ишетергә була. Шулай уҡ тиҫбеләрҙең дә зыян күрмәгәнен ишеткән бар.

Әйткәндәй, Бөрйәндә был беренсе осраҡ түгел. 2021 йылда ике йортта янғын сығып, шулай уҡ ут та, һыу ҙа Ҡөрьән китаптарына зыян килтермәгән ине.

Фото: видеонан скриншот.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас