Иман
4 Июль 2025, 17:00

Иртән уянғас, өс нәмәгә иғтибар ит

Юҡ, тәҙрәгә күҙ һалып, көн ниндәй булыуына түгел...

Иртән уянғас, өс нәмәгә иғтибар итИртән уянғас, өс нәмәгә иғтибар ит
Иртән уянғас, өс нәмәгә иғтибар ит

Хәҙистә иртә менән уянып, өс нәмәгә иғтибар ит тиелә.

Беренсеһе - үҙеңдең йәнеңә иғтибар бир. Тынысмы ул? Һине бер нәмә лә борсомаймы? Ҙур проблемалар юҡмы?

Икенсеһе - тәнеңдең сәләмәтлегенә иғтибар. Үҙ аяғыңдаһыңмы? Күҙең күрәме? Ҡолағың ишетәме?

Өсөнсөһө - бөгөн ашарыңа бармы? Йәки кибеткә барып ризыҡ алырлыҡ аҡсаң бармы?

Әгәр ҙә ошо өс нәмәң бар икән - Аллаһҡа шөкөр ит. Һин - Ер йөҙөндә иң бәхетле кеше.

Сығанаҡ: https://vk.com/wall-189999443_158426

Автор фотоһы.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас