Бөтә яңылыҡтар
Иман
3 Август 2025, 11:00

Ҡороған шишмәне терелтер көскә эйә доға

Сабир хәҙрәт Красноусол шифаханаһындағы бер сығанаҡты ошо доға менән өшкөрә, һыуы кире ҡайта. Был тәжрибәне ҡулланып, йәғни, ошо доғаны уҡып, шишмәнең башын өшкөрөп, һыуҙы кире ҡайтарыусылар булды. Был көслө доға, ҡулланығыҙ. 

Ҡороған шишмәне терелтер көскә эйә доға
Ҡороған шишмәне терелтер көскә эйә доға

"Ҡороған йәки ҡороп барған шишмәләрҙе ошо "ЕР ҺӘМ КҮК ХАЗИНАҺЫ АСҠЫСТАРЫ" доғаһын ете ҡат уҡып өшкөрөгөҙ. Һыуы ҡабат ҡайтыр. Был хаҡта "ТАБЫН ӘҮЛИӘҺЕ" тигән китапта яҙҙым. Сабир хәҙрәт Красноусол шифаханаһындағы бер сығанаҡты ошо доға менән өшкөрә, һыуы кире ҡайта. Был тәжрибәне ҡулланып, йәғни, ошо доғаны уҡып, шишмәнең башын өшкөрөп, һыуҙы кире ҡайтарыусылар булды. Был көслө доға, ҡулланығыҙ. Кемдәр ғәрәпсә уҡый белмәй, уҡый белгәндәрҙән үҙебеҙҙең хәреф менән яҙҙырып алығыҙ..." - тип яҙҙы яҙыусы Лира Яҡшыбаева социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. 

"Ер һәм күк хазиналарының асҡысы" доғаһының транскрипцияһы.

"Ләә иләәһә илләллаһу үә Аллаһу әкбәрү үә сүбхәәнәллаһи үәлхәмдүлилләһи үәстәғфируллаһәл ләҙии
Ләә иләәһә илләә һүүәл әүүәлү үәл әәхыйру уаҙ - ҙаһиру үәл - бәтыйну йүхиййү үәл йүмиитү үә һүүә хәййүл ләә йәмүүтү, бийәдиһил хайру үә һүүә ғәләә күлли шәй ин ҡадир. (Был транскрипция Зилә ханым Илбаҡтинанан). 

Әлбиттә, кемдер был яҙманы әкиәт тип тә ҡарар, әммә тәбиғәттә, беҙ йәшәгән донъяла беҙ аңлатып бөтә алмаҫлыҡ мөғжизәләр етерлек. 

Фото: culture.ru 

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас